Иҡтисад
14 Ноября 2022, 14:30

Ун айҙа - ун миллиард һумлыҡ техника

Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағына 2 590 берәмек техника алынған.

Ун айҙа - ун миллиард һумлыҡ техникаУн айҙа - ун миллиард һумлыҡ техника
Ун айҙа - ун миллиард һумлыҡ техника

Йыл башынан ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 341 трактор, 140 иген һуғыу һәм 47 мал аҙығы әҙерләүсе комбайн, 51 үҙйөрөшлө һиптергес, 740 берәмек ер эшкәртеү һәм сәсеү ҡорамалдары алған.

"Шулай итеп, ҡорамалдар һатып алыу планын быйыл үтәргә иҫәп тотабыҙ. Был агро-технологик сараларҙы ваҡытында үткәрергә һәм яҡшы уңыш алырға мөмкинлек бирәсәк", — ти Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Министр билдәләүенсә, "Росагролизинг" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ташламалы программалары буйынса 448 берәмек техника һатып алынған, йәмғеһе 2,8 миллиард һум сығым һалынған.

Ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙамға “Росагролизинг” ойошмаһы отошло финанс схемаһы менән "Иртә бронләү-2022" яңы ташламалы программаһын иғлан итте. Аванс ноль процент тәшкил иткән хәлдә лә, техника алған осраҡта тәүге түләүҙе 2023 йылдың апреленә тиклем кисектереү ҡаралған; төп бурысты 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем кисектереү мөмкин; лизинг ваҡыты һигеҙ йылға тиклем оҙайтыла.

Автор фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас