

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән оператив кәңәшмәлә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренең эшмәкәрлеге тикшерелде.
Андрей Назаров республикала биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе ойошторолоуын иҫкә төшөрҙө: “Бәләбәй”, “Күмертау”, “Белорет”, “Благовещен” һәм “Нефтекама”. Был - Рәсәйҙең бөтә төбәктәре араһында иң юғары күрһәткес.
– Башҡортостан – йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә йәлеп ителгән резиденттар һаны буйынса лидер. Быйыл ғына 28 резидент үҙ проекттарын тормошҡа ашыра башланы. Капиталь һалыуҙар күләме 14 миллиард һумдан ашып китәсәк, 2,7 меңдән күберәк эш урыны булдырыласаҡ. Дөйөм алғанда, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары 52 миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп итергә һәм ун меңдән ашыу эш урыны булдырырға планлаштыра, – тине Премьер-министр.
Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре эшмәкәрлеге тураһында ентекләберәк Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
– Әлеге ваҡытта резиденттар ете миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп иткән һәм 4,8 меңдән ашыу эш урыны булдырған. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе институтының һөҙөмтәлелеге 5,5 йылда 109,1 процент тәшкил иткән. Республика ҡаҙнаһына 2,7 миллиард һумдан ашыу өҫтәмә һалым ингән. Һәм был “пандемик” сикләүҙәргә һәм ағымдағы санкциялар баҫымына ҡарамаҫтан. Шул уҡ ваҡытта инвесторҙарға һалым льготалары формаһында 2,5 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелде, – тине Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары.
Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу осоронда 2,5 миллиард һум күләмендә һалым льготалары формаһында дәүләт ярҙамы сараларын алған, Башҡортостан Республикаһы бюджетына 2,7 миллиард һум һалым түләнгән, тип билдәләнде кәңәшмәлә.
Быйыл көрсөккә ҡаршы саралар сиктәрендә резиденттар өсөн һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса түбән һалым ставкаларын ҡулланыу мөмкинлеге оҙайтылды. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары һалым һалыу объектында “килем” алты процент урынына – бер процент, “сығымдар күләменә кәметелгән килемдәр” объектында 15 процент урынына биш процент ставкаһын ҡуллана. Был сара предприятиеларҙың резидентлыҡҡа заявка биреү өсөн хәл иткес фактор булып тора. Хәҙер бөтә резиденттарҙың дүрттән бер өлөшө тиерлек ошондай ярҙам ала. Рәсәй Хөкүмәте Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе программаһын ике йылға оҙайтты, тип билдәләнде. Йылдам үҫеш биләмәләренең эшләүе монобиләмәләрҙә теркәлгән эшһеҙлек кимәлен кәметеүгә ыңғай йоғонто яһаны.
Кәңәшмәне тамамлап, Андрей Назаров йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен үҫтереү буйынса артабан да эҙмә-эҙлекле эш алып барыуҙың мөһимлегенә баҫым яһаны.
– Бындай өҫтөнлөклө биләмәләрҙең ғәмәлдәге резиденттары менән тығыҙ бәйләнештә булырға, шулай уҡ яңы инвесторҙар йәлеп итергә кәрәк. Бынан тыш, бөгөн беҙ ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәлдәге бер нисә биләмәне федераль исемлеккә индереү мәсьәләһен ҡарайбыҙ. Һүҙ Ағиҙел һәм Сибай ҡалалары хаҡында бара. Был теманы кисекмәҫтән ябырға, федераль коллегаларыбыҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк, - тип йомғаҡ яһаны Премьер-министр.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19424/