Иҡтисад
15 Ноябрь 2022, 11:45

Эшҡыуарҙар иртәгәге көндән ҡурҡмай

Рөстәм Афзалов уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү сараларын белә.

Эшҡыуарҙар иртәгәге көндән ҡурҡмайЭшҡыуарҙар иртәгәге көндән ҡурҡмай
Эшҡыуарҙар иртәгәге көндән ҡурҡмай

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, «Башҡортостан микрокредитлау компанияһы» (Рәсәйҙең Үҙәк банкы лицензияһы No 7-11-05-02-000830) йыл башынан эшҡыуарлыҡ субъекттарына 292 яңы кредит биргән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 33 процентҡа күберәк. Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 433 миллион һумдан ашҡан. Микрокредитлау төбәктә «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

— Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа микрокредитлау дәүләт ярҙамының отошло ҡоралы булып тора. 2022 йылдың 1 ноябренә “Башҡортостан микрокредитлау компанияһы” республиканың 50 муниципаль берәмегенән 659 шәхси эшҡыуарҙы хеҙмәтләндерә. Микрофинанслау буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән төп клиенттар — ваҡлап һәм күмәртәләп һатыу, шулай уҡ етештереү менән шөғөлләнеүселәр, — тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Әлеге ваҡытта эшҡыуарлыҡ кредиттары буйынса ставка йылына — 6 процент, ә республикабыҙҙың махсус иҡтисади зоналарында эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн — йылына ни бары 3,75 процент. Микрокредитлау шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән “Башҡортостан микрокредитлау компанияһы” сайтында танышырға мөмкин: centerrb.ru, консультациялар өсөн телефон +7 (347) 246-20-50.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас