

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, “Өфө” индустриаль паркы резиденты булған “Боярд” компанияһы мебель етештереү ҡеүәттәрен киңәйтергә булды.
Башҡортостанды үҫтереү корпорацияһында хәбәр итеүҙәренсә, был ҡеүәттәр ҡалдыҡһыҙ система буйынса эшләйәсәк. Бының өсөн компания юғары технологиялы Рәсәй ҡорамалдарын һатып алған, улар экологик талаптарға тулыһынса яуап бирә.
“Быйыл “Өфө” индустриаль паркы тотороҡло үҫеш маҡсаттарына яуап биргән ESG-принциптары буйынса эшләйәсәк. Был иһә беҙҙең преференциаль зоналарға экология стандарттарына һәм социаль сәйәсәт талаптарына яраҡлаша башлау мөмкинлеге бирә”, – ти Корпорацияның генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Резидент әйтеүенсә, киләсәктә был яңы ҡорамалдар башҡа мебель етештереү предприятиеларының да ҡалдыҡтарын ҡабул итә аласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.