

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Мәскәүҙә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров XVI “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында ҡатнаша. Республика делегацияһына шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев, транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев инде.
Транспорт аҙналығын йыл һайын ил Хөкүмәте ярҙамы менән Рәсәй Транспорт министрлығы үткәрә. Сарала транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә, пассажирҙар һәм йөк ташыу сифатын яҡшыртыуға, транспортта хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә ҡағылған мәсьәләләрҙе тикшереү планлаштырыла. Санкция баҫымына бәйле ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу, импортты алмаштырыуға һәм Рәсәй транспортының технологик суверенитетына булышлыҡ итеү проблемаларына ҙур иғтибар бүленәсәк.
Форумда Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе “Автодор” дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашыу үткәрә. Шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусовтың Башҡортостан Республикаһы стендын ҡарауы көтөлә.
Майҙаны 100 квадрат метрлыҡ стендта республиканың юл-транспорт тармағындағы мөһим проекттар сағылыш тапҡан. Улар араһында – концессия килешеүе буйынса тормошҡа ашырылған Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү проекты, “Көньяҡ ҡапҡа” проекты.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: https://www.pravitelstvorb.ru/news/19440/