Иҡтисад
15 Ноябрь 2022, 15:30

Ошондай матур һауыт-һаба үҙебеҙҙә етештерелә

Предприятиела 400-ҙән ашыу төр һауыт-һаба сығаралар.

Ошондай матур һауыт-һаба үҙебеҙҙә етештереләОшондай матур һауыт-һаба үҙебеҙҙә етештерелә
Ошондай матур һауыт-һаба үҙебеҙҙә етештерелә

Республикала үҙенсәлекле тауар етештергән предприятиелар күп. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уларҙың береһе – “Башҡорт фарфоры” ойошмаһы тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

"Октябрьский ҡалаһынан беҙҙең “Башҡорт фарфоры” — илдә профессиональ һауыт-һаба етештереү буйынса алдынғы. Ул Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә яҡшы билдәле, унан, мәҫәлән, 2013 йылда Ҡазанда үткән Универсиаданың ҡунаҡтарын хеҙмәтләндерҙеләр.

2022 йылда, илебеҙҙәге башҡалар кеүек үк, республиканың иң боронғо предприятиеһы ла санкцияларға бәйле ауырлыҡтарға осраны. Сеймал менән тәьмин итеү хәүеф аҫтында була, һөҙөмтәлә етештереү күләме кәмей һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу ихтималлығы тыуа. Быларҙың барыһынан да ҡотолоу мөмкинлеге сыҡҡан. Тиҙ-арала көйләү юлдарын табып, яңы тәьмин итеүселәр менән бәйләнештәр урынлаштырҙылар, яңы һатыу баҙарҙарын астылар. Шулай эшләргә кәрәк тә!

Бында бөтәһе 400-ҙән ашыу төр һауыт-һаба сығаралар — ҡунаҡхана бизнесы, йәмәғәт туҡланыуы, борт туҡланыуы, социаль ойошмалар — дауаханалар һәм медицина учреждениелары өсөн.

Шулай уҡ “Башҡорт фарфоры” — “Башҡортостан тауары” проекты дипломанты. Ә был, бер һүҙһеҙ, сифат билдәһе.

Планканы төшөрмәүегеҙҙе теләйем. Уңыштар!" – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.

Ошондай матур һауыт-һаба үҙебеҙҙә етештерелә
Ошондай матур һауыт-һаба үҙебеҙҙә етештерелә
Ошондай матур һауыт-һаба үҙебеҙҙә етештерелә
Ошондай матур һауыт-һаба үҙебеҙҙә етештерелә
Ошондай матур һауыт-һаба үҙебеҙҙә етештерелә
Ошондай матур һауыт-һаба үҙебеҙҙә етештерелә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас