Иҡтисад
15 Ноябрь 2022, 14:04

Үҙ тармағында – иң алдынғыларҙың береһе

“Башнефть-Өфөнефтехим” компанияһына – 65 йыл.

“Башнефть” компанияһының матбуғат хеҙмәтенән“Башнефть” компанияһының матбуғат хеҙмәтенән
Фото:“Башнефть” компанияһының матбуғат хеҙмәтенән

 

Йылына 8,2 миллион тонна нефть эшкәртергә һәләтле был предприятие бер ҡасан да ҡорамалдарын яңыртыуҙы, замансараҡ техно­логияларға күсә барыуҙы туҡтат­май. Шул уҡ ваҡытта үҫеш өсөн мөмкинлектәре сикләнмәгән әле.

“Башнефть” компанияһының “Роснефть” йәмғиәте структураһына инеүе артабанғы үҫеш өсөн тағы ла киңерәк офоҡтар асты, сөнки “Роснефть” составындағы башҡа нефть эшкәртеү заводтары һәм корпоратив ғил­ми институттар менән бергәләп эш итеү­гә шарттар тыуҙы. Бер юлы операция­лар башҡарыу һәм логистика сығымдарын кәме­теү, компания булдырған фәнни про­дукт­тар­ҙы етештереүгә тотоноу нефть эш­кәр­теү заводтарының йоғонтололоғон арттырҙы.

Әлеге ваҡытта “Башнефть-Өфө­неф­техим” етештереү ҡеүәттәрен яңыртыу буйынса ике ҙур проектты тормошҡа ашыра. Еҫле углеводородтар комплексын реконструкциялау параксилол һәм ортоксилол етештереүҙе байтаҡҡа арттырасаҡ. Ә был ике продукт төрлө химик продукттар эшләп сығарыуҙа киң ҡулланыла.  Ә гидрокрекинг  ҡоролмаһын яңыртыу Евро-5 экологик класындағы дизель яғыулығы һәм реактив авиаяғыулыҡ етештереү күләмен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Завод етештергән номенклатура 60-ҡа яҡын төрҙәге продукцияны үҙ эсенә ала: мотор яғыулығы, суднолар өсөн яғыу­лыҡ­тар, нефть коксы, бөртөклө һәм киҫәкле кө­көрт, шыйыҡландырылған газ һәм баш­ҡалар. “Башнефть-Өфөнефтехим” – Рәсәй­ҙә бензол, толуол, параксилол һәм ортоксилол етештергән иң ҙур пред­приятие­лар­ҙың береһе. Республика баш ҡала­һын­дағы өс нефть эшкәртеү заводы­ның үҙ-ара ныҡлы хеҙмәттәшлеге премиаль кла­сын­дағы АИ-100 автомобиль бензинын, шулай уҡ экологик һәм ҡулланыу сифаттары яҡшыртылған Евро-6 бензинын етештереү мөмкинлеге бирә.

Киң күләмдәге тәбиғәтте һаҡлау са­рала­рын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә “Башнефть-Өфөнефтехим” экологик хәүеф­һеҙлек буйынса юғары күрһәткес­тәргә өлгәш­те. Предприятиеның тәүлегенә 84 мең кубометр эшкәртергә һәләтле биологик таҙартыу ҡоролмаларына Рәсәйҙә һәм Евразияла тиңдәр юҡ. Технологик комплекс “Башнефть”кә ҡараған Өфө заводтарының ғына түгел, ә баш ҡаланың төньяҡ сәнәғәт тупланмаһы предприя­тиеларының да ҡалдыҡтарын таҙартыуҙы тәьмин итә. Биологик таҙартыу ҡорол­малары шулай уҡ таҙартылған һәм ҡабат файҙаланыу мөмкин булған һыу күләмен технологик процес­тарҙа ҡулланыуҙы 2,5 тапҡырға арттыра.

“Башнефть-Өфөнефтехим” етештергән продукцияның сифаты “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бөтә Рәсәй конкурсында күп тапҡыр наградаларға лайыҡ булды. 2021 йылда арктик дизель яғыулығы диплом менән билдәләнгәйне, ә быйыл “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” республика конкурсында миҙгел-ара дизель яғыулығына диплом бирелде.

Етештереү ҡаҙаныштарынан тыш, предприятие социаль проекттары менән дә танылған. Завод көсө менән тиҫтәләрсә торлаҡ йорт, спорт һәм һауыҡтырыу объекттары төҙөлдө. Йыл һайын  ирекмәндәр завод ветерандарына һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларға ярҙам акцияларында ҡатнаша.

– Хәҙер беҙҙең өсөн иң мөһиме – санкция сикләүҙәренә ҡарамайынса, етеш­тереүҙе кәметмәү, ә продукциябыҙ ҙур һорау менән файҙалана, – ти “Башнефть-Өфөнефтехим” предприятиеһы директоры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Бәширов. – Рәсәй компаниялары ҡатнашлығындағы инжиниринг өҫтөнлөктәренә таянабыҙ, үҙ химикат­та­рыбыҙҙы ла эшләйбеҙ. Бер юлы Стәрле­тамаҡтағы “РН-Кат”  компанияһына ла рәхмәт һүҙе еткергем килә – улар етеш­тергән уникаль катализаторҙар сит илдәрҙекен бик уңышлы алмаштыра.

Антон ЛУНЕВ, нефть һәм ауыр ҡал­дыҡ­тарҙы эшкәртеү буйынса ҡеүәттәр етәксеһе:

– Заводтың иң ҙур объект­тарының береһе – яйлатылған кокслау ҡоролмаһы. Ул икенсел процестарҙы үҙ эсенә алған, тәүге сиратта – ауыр нефть ҡалдыҡ­тарын эшкәртеүҙе. Шу­ның һө­ҙөмтәһендә беҙ асыҡ нефть про­дукттарының сы­ғымын арт­ты­рыуға өлгәшәбеҙ, ә тороп ҡалғаны кокс булараҡ файҙаланыла, ул тауарға ла хәҙер ихтыяж ҙур. Кокс­лау ҡо­ролмаһын теләһә нин­дәй нефть эшкәртеү заводының санитары тип атарға ла мөмкин, унһыҙ заманса предприятие үҫешә алмай. Бында иң мөһиме – ошо про­цес­тың нефтте тулыраҡ эшкәртеү кимәленә ҙур йоғонто яһауы. Ә был күрһәткес нефть эшкәртеү заводтары үҫешенең нигеҙе булып тора.  Ҡоролма йылына 1200 тонна продукция бирер­гә һә­ләтле, шуның нигеҙендә нефть эш­кәртеү тулылығын 96 про­центҡа еткереү мөмкинлеге тыуҙы, был инде заводты нефть эшкәртеү буйынса донъя лидерҙары рәтенә сығарҙы.

 

Алексей МАНУШКОВ, еҫле углеводородтар етештереү комп­лексы етәксеһе:

– “Өфөнефтехим” заводының еҫле угле­водородтар етеш­те­реү комплексы 1982 йылда сафҡа ингән. Беҙҙең предприятие – Рәсәйҙә ошо продукция етеш­тергән төп өс заводтың береһе. “Ароматика” тип йөрөтөлгән комплекста быйыл беҙҙең белгестәр уникаль операция үткәрҙе – минераль адсорбентты яңы быуын синтетик адсорбентҡа алмаштырыу уңышлы башҡарылды. Шулай итеп, үтә таҙа параксилол етеш­те­реүҙе башлай алдыҡ, ә был продукция сәнәғәттә киң файҙа­ланыла: төрлө синтетик туҡыма һәм пластмасса сеймал булып хеҙмәт итә, лак һәм буяуҙарҙы иретеүҙә ҡулланыла. Параксилол етештереү күләмен 50 процентҡа арттырырға – йылына 260 мең тоннаға еткерергә уйлайбыҙ.


Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас