

“Рәсәй транспорты” форумында Башҡортостандың республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге делегацияһы беҙҙең төбәктең стендын күрһәтте.
Барлығы 100 квадрат метрҙы биләгән был майҙанда республика юл-транспорт тармағының төп проекттарын ҡуйҙы. Улар араһында Ағиҙел аша күпер, Өфөнөң Пугачев урамын реконструкцияляауҙы һәм Рыленко менән Пугачев урамдары киҫелешен үҙ эсенә алған “Көньяҡ ҡапҡа” проекты ла бар.
Форум сиктәрендә республика делегацияһы экспозицияларҙы Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусовҡа күрәһәтәсәк һәм “Автодор” дәүләт корпорацияһының идара рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашасаҡ.
“Башинформ” фотоһы.