

“Рәсәй транспорты” форумында Башҡортостан проекттары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Мәскәүҙә барған был күргәҙмәлә республикабыҙҙың тормошҡа ашырылған инфраструктура проекттары һаны буйынса алдынғыларҙың береһе булыуы асыҡ күрһәтелде. Башҡортостан стендын Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Андрей Белоусов та ҙур иғтибар менән ҡараны.
“Пленар ултырыш та бай йөкмәткеле булды, төп һығымта – санкциялар баҫымына ҡарамай, юл һәм транспорт тармағы уңышлы эшләүен дауам итә. Тимер юлда һәм автомобиль транспортында йөк әйләнеше элекке хәленә ҡайтты. Юл инфраструктураһын үҫтереү – элеккесә, өҫтөнлөклө йүнәлеш. Вице-премьер Марат Хөснуллин билдәләгәнсә, биш йыллыҡ план буйынса эшләйбеҙ. Унда күрәһетелгән бөтә бурыстар ҙа үтәләсәк. Планлаштырыу горизонтының аңлашылыуы бик мөһим. Беҙ быны бөгөн асыҡ белдек”, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
“Башинформ” фотоһы.