Иҡтисад
16 Ноябрь 2022, 04:00

“Билмәндән башлағайныҡ...”

"Бөтә район халҡы тигәндәй уларҙың ризыҡтарын маҡтай-маҡтай һатып ала".

“Билмәндән башлағайныҡ...”“Билмәндән башлағайныҡ...”
“Билмәндән башлағайныҡ...”

Бынан дүрт йыл элек эшҡыуар Валентина Игнатьева Ауырғазы районының  Шланлы ауылында ит ярымфабрикаттары етештереү буйынса цех асты.

“Эште билмәндән башлағайныҡ, ваҡыт үтеү менән һатып алыусыларҙың һорауы буйынса аҙыҡ төрҙәрен арттырҙыҡ, – ти эшҡыуар. – Бөгөн беҙҙә голубцы, манты, чебурек, кәтлит һәм фрикаделькалар етештерелә. Бөтә продукция бер цехта бер үк аш-һыу оҫталары тарафынан әҙерләнә. Итте ауыл кешеләренән генә һатып алабыҙ, картуфы ла, йәшелсәһе лә үҙебеҙҙең тупраҡта үҫкән”.

"Беҙҙең Шланлы ҡатын-ҡыҙҙарының билмәндәре телеңде йоторлоҡ, үҙҙәренең эштәрен яратып, күңелдәрен һалып башҡарғанға күрәлер, моғайын. Бөтә район халҡы тигәндәй уларҙың ризыҡтарын маҡтай-маҡтай һатып ала. Стәрлетамаҡтар ҙа уның сифатынан ҡәнәғәт", – тип яҙа ҡулланыусылар социаль селтәрҙә.

Ярымфабрикаттарҙы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары ла ала. Эшҡыуарҙың пекарняһы ла бар, унда икмәк, булка, бәлеш, пицца бешерәләр.

Фото: "Аургазинский вестник".

“Билмәндән башлағайныҡ...”
“Билмәндән башлағайныҡ...”
“Билмәндән башлағайныҡ...”
“Билмәндән башлағайныҡ...”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас