Иҡтисад
16 Ноябрь 2022, 07:00

Етемһерәгән ферманы тергеҙергә тотонғандар...

Хужалыҡтың ҡош-ҡорт итен  һатыу буйынса  бер проблемаһы ла юҡ. Ҙур өлөшө Өфөгә һатыуға оҙатыла, күмәртәләп алыусылар ҙа бар...

Етемһерәгән ферманы тергеҙергә тотонғандар...Етемһерәгән ферманы тергеҙергә тотонғандар...
Етемһерәгән ферманы тергеҙергә тотонғандар...

Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылында  “Йорт бройлеры” крәҫтиән-фермер хужалығын ойошторған Динә һәм Раил  Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эштәрен яйға һалған. Әлбиттә,  ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙған, кәңәш биргән етәкселәр ҙә булған. Шуларҙың береһе – райондың бизнес-шәрифе Артем Бәҙретдинов һәм “Башкир-Агроинвест” йәмғиәте.

 Йыһазландырылған бинала 700 тауыҡ, 500 өйрәк, 3 000 ҡаҙ бар аҫрала. Әле буш корпустарҙа ремонт бара. Эшкә өс ярҙамсы алғандар. Күп мәшәҡәттәрҙе Раил  Илдус улы үҙ көсө менән башҡара, өҫтәүенә туғандары ярҙамлаша. Эшселәрҙең береһе Зөлфиә Кирәева тәүге көндәрҙән үк Благовар районынан килеп эшләй, ул  коллективтағы яҡшы мөнәсәбәттән һәм хеҙмәт хаҡынан ҡәнәғәтлеген йәшермәй, тип яҙа “Родник  плюс” гәзите.  Шулай итеп, бер нисә кеше тырышлығы менән ферма яңы төҫ ала. Ун йыл элек буш торған, етемһерәгән корпустар ташландыҡ хәлдә булған,  яҡтылыҡ та, коммуникациялар ҙа юҡҡа сыҡҡан.Әле лә яңыртаһы, башҡараһы эштәр күп. Раил Илдус улының киләһе йылға пландары ҙур, ҡош-ҡорт һанын ете-һигеҙ меңгә еткерергә самалай. Егеттең ата-әсәһе лә ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә, Игнатовка ауылында ҡаҙ үрсетәләр.

 Хужалыҡтың продукцияны һатыу буйынса  бер проблемаһы ла юҡ. Күбеһе Өфөгә һатыуға оҙатыла, күмәртәләп алыусылар ҙа бар. Реклама мәсьәләһе менән ҡатыны  шөғөлләнә. Ғаиләлә өс бала тәрбиәләүҙәренә ҡарамаҫтан, йәштәр һәр нимәгә ваҡыт табырға, өлгөрөргә тырыша.

Фото:”Родник плюс” гәзите.

Етемһерәгән ферманы тергеҙергә тотонғандар...
Етемһерәгән ферманы тергеҙергә тотонғандар...
Етемһерәгән ферманы тергеҙергә тотонғандар...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас