Иҡтисад
16 Ноябрь 2022, 08:30

Фермерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Сыңғыҙ Хәсәнов тағы 30 тана алырға ниәтләй

Фермерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеләФермерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә
Фермерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә

«Агростратап» программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда һуңғы өс йылда 230-ҙан ашыу яңы хужалыҡ булдырылған. Быйыл төбәктә был программа буйынса гранттарға 125,4 миллион һум бүленгән. Благовещен районынан Сыңғыҙ Хәсәнов дәүләт ярҙамын тәүгеләрҙән булып алған уңған фермер. Ул районда һөтсөлөк трамағын үҫтерергә ниәтләй һәм ул төҙөгән бизнес-проектты конкурс комиссияһы юғары баһалай. Шулай итеп, планды тормошҡа ашырыуға ул 4,2 миллион һум аҡса ала. Аҡсаны ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар һатып алыуға тотонорға ниәтләй. Тейешле ҡеүәткә еткәс, Сыңғыҙ Хәсәнов етештереү күләмен йылына 800 тоннанан ашыу һөт һәм 28 тонна ит алыуға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

Бынан тыш, конкурст шарттарына ярашлы, хужалыҡта өҫтәмә ике эш урыны булдырыласаҡ.

— Һөтсөлөк менән дә, ит етештереү менән дә шөғөлләнәбеҙ. Бөгөн беҙҙә 94 эре мөгөҙлө мал бар. Грант аҡсаһына өҫтәмә рәүештә өс тиҫтәгә яҡын ҡара-сыбар таналар һатып алырға ниәтләйбеҙ. Алынған аҡса башлап ебәргән эште артабан үҫтерергә ярҙам итәсәк, - ти эшҡыуар.

Башҡортостанда "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты сиктәрендә "Агростартап" программаһы тормошҡа ашырыла. Яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеүгә һәм уларҙы артабан үҫтереү маҡсатында ауыл хужалығына шәхси ярҙамсы хужалыҡтар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Итселек йәки һөтсөлөк тармағында эре мөгөҙлө мал үрсетеү программаһы буйынса гранттар күләме 5 миллион һумға тиклем бирелә, башҡа йүнәлештәрҙә — 3 миллион һумға тиклем аҡса бүлеү ҡаралған. Төп шарт — дәғүәсенең сығымдарҙың 10 проценттан да кәм булмаған суммаһында проектты берлектә финанслауы тип иҫкәртә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.

Фото Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан алынды.

Фермерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә
Фермерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас