Иҡтисад
16 Ноябрь 2022, 13:30

Шанхай ойошмаһы илдәре – беҙҙең хеҙмәттәштәр

“Беҙ Шанхай ойошмаһы илдәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Быйыл улар менән тышҡы сауҙа әйләнеше 1,4 миллиард доллар тәшкил итте, был уҙған йылдағынан 30 процентҡа күберәк".

Шанхай ойошмаһы илдәре – беҙҙең хеҙмәттәштәрШанхай ойошмаһы илдәре – беҙҙең хеҙмәттәштәр
Шанхай ойошмаһы илдәре – беҙҙең хеҙмәттәштәр

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары Чжан Мин менән осрашты.

“Беҙ Шанхай ойошмаһы илдәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Быйыл улар менән тышҡы сауҙа әйләнеше 1,4 миллиард доллар тәшкил итте, был уҙған йылдағынан 30 процентҡа күберәк. Шанхай ойошмаһы ағзалары булған Ҡаҙағстан менән Үзбәкстанда Башҡортостандың рәсми вәкилдәре лә эшләй”, – тине Премьер-министр.

Хөкүмәт етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан был илдәр менән хеҙмәттәшлектәге күптәнге һәм яҡшы тарихҡа эйә. 2015 йылда Өфөлә БРИКС (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка республикаһы) һәм Шанхай ойошмаһы илдәренең саммиты ла уҙғарылғайны. Андрей Назаров белдереүенсә, беҙҙең республика Шанхай ойошмаһының Эшлекле советы менән хеҙмәттәшлекте артабан үҫтерергә теләй. Шуға бәйле, ул ойошма илдәрен 14 - 17 декабрҙә Өфөлә үткәреләсәк Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында ҡатнашырға саҡырҙы.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас