Иҡтисад
17 Ноябрь 2022, 14:30

Алдағы өс йылға бюджет проекты ҡабул ителде

Бюджет элеккесә социаль йүнәлешле булып ҡала.

Алдағы өс йылға бюджет проекты ҡабул ителдеАлдағы өс йылға бюджет проекты ҡабул ителде
Алдағы өс йылға бюджет проекты ҡабул ителде

17 ноябрҙә VI саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында депутаттар республиканың алдағы өс йылға бюджет проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Закон проекты бюджет процесында ҡатнашыусыларҙың барыһы ҡатнашлығында әҙерләнгән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың профилле комитеттарында һәм асыҡ фекер алышыуҙарҙа ҡаралған. Бюджет проектын төҙөү тышҡы санкциялар баҫымына бәйле ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа тормошҡа ашырыла.

Закон проектына ярашлы, 2023 йылға бюджеттың килем өлөшө – 265,1 миллиард һум, 2024 йылға — 247 миллиард һум, 2025 йылға 254 миллиард һум күләмендә күҙаллана. Сығымдарҙың бер өлөшө 2023 йылға һәм 2024 һәм 2025 йылдарға планлаштырыу осорона 279,6 миллиард һум, 252 миллиард һум һәм 257,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Дефицит 2023 йылда – 14,5 миллиард һум, 2024 йылда — 5 миллиард һум, 2025 йылда 3,5 миллиард һум күләмендә булыр тип ҡаралған. Килем менән сығымдар араһындағы айырма тейешле финанслау сығанаҡтары иҫәбенә тәьмин ителә.

– Бюджет элеккесә социаль йүнәлешле булып ҡала. Бюджет сығымдарының яҡынса 2/3 өлөшө – кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, уларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатындағы барлыҡ социаль йөкләмәләрҙе бер һүҙһеҙ үтәү, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова.

Бюджет средстволарын тотоноуҙың төп йүнәлештәре иҫәбендә — балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, социаль яҡтан хәлһеҙ граждандарҙы - торлаҡ, льготалыларҙы дарыу менән тәьмин итеү, республиканың беренсел медицина ярҙамын яңыртыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу, балаларға белем биреү, мәктәптәрҙең һәм мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, спорт ҡоролмалары төҙөү.

Бюджет сығымдарының социаль йүнәлешен һаҡлағанда ла, республиканың инфраструктура үҫеше дауам итәсәк. Башҡортостандың юл объекттарын, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь комплекстарын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн байтаҡ сумма ҡаралған.

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының фекер алышыу барышында мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, агросәнәғәт комплексы, сәнәғәткә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү мәсьәләләре ҡаралды.

Белешмә:

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2022 йылда бюджет документтары пакетын ҡарау графигына ярашлы, 2022 йылдың 15 декабрендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында “Башҡортостан Республикаһының 2023 йылға һәм 2024 һәм 2025 йылдарға бюджеты тураһында”ғы закон проектын икенсе һәм өсөнсө ҡабул итеү планлаштырыла.   

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас