Иҡтисад
17 Ноябрь 2022, 04:59

Ҡатнашырға теләгәндәр күп

 Өфөләге “ВДНХ Экспо” комплексында сираттағы күргәҙмәләр үҙ ишектәрен асты.

Ҡатнашырға теләгәндәр күпҠатнашырға теләгәндәр күп
Ҡатнашырға теләгәндәр күп

 Өфөләге “ВДНХ Экспо” комплексында сираттағы күргәҙмәләр үҙ ишектәрен асты.

“Машиналар эшләү”,  “Металл эшкәртеү”, “Өфөнөң инновацион ҡеүәте” тип аталған был сараларҙы Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Өфө ҡала хакимиәте һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойошторған.

“Был күргәҙмә предприятиелар етәкселәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Төбәктең машиналар эшләү комплексы – авиация сәнәғәте, яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн ҡорамалдар эшләү, автомобилдәр һәм автокомпоненттар етештереү. Башҡортостан бөгөн прицептар һәм ярым прицептар, сәнәғәт мейестәре эшләп сығарыу буйынса алдынғы урынды бирмәй. Күргәҙмәләрҙә алдынғы эшләнештәр күрһәтеләсәк, унда ҡатнашырға теләгәндәрҙең күп булыуы был продукция төрҙәренең илдең станоктар эшләү тармағында ҙур һорау менән файҙаланырына ишаралай”, – ти республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Яңы төр инструменттарын, приборҙарын һәм йыһаздарын был күргәҙмәгә Рәсәйҙең 12 төбәгенән 50-нән ашыу компания килтергән.

“Башинформ” фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас