Иҡтисад
17 Ноябрь 2022, 13:30

Башҡортостан тауарҙары – халыҡ-ара күргәҙмәлә

"Беҙ продукцияны тәҡдим итеп кенә ҡалманыҡ, ә төбәк етештереүселәренә булышлыҡ итеү хаҡында ла һөйләнек".

Башҡортостан тауарҙары – халыҡ-ара күргәҙмәләБашҡортостан тауарҙары – халыҡ-ара күргәҙмәлә
Башҡортостан тауарҙары – халыҡ-ара күргәҙмәлә

Минск ҡалаһында 15-18 ноябрҙә “ПродЭкспо-2022” халыҡ-ара махсуслаштырылған күмәртәле күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Был сарала республикабыҙ вәкилдәре лә ҡатнаша. Мәҫәлән, йәрминкәгә “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты етештереүселәре тауарҙарын сығарған.

"Беҙ продукцияны тәҡдим итеп кенә ҡалманыҡ, ә төбәк етештереүселәренә булышлыҡ итеү хаҡында ла һөйләнек", - тип билдәләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Күргәҙмәлә “Экопродукт”, “Аҡтирмән”, “Талҡан”, “Экопрод”, “АгроБазис”, “Башспирт” компанияларының ҡымыҙ, талҡан, ит деликатестары, эсемлектәр тәҡдим ителгән.

“ПродЭкспо” - Беларусь Республикаһында үткән иң эре күргәҙмәләрҙең береһе. Унда халыҡ-ара кимәлдә аҙыҡ-түлек, эсемлек етештереүселәр, яңы ҡоролмалар һәм башҡа инновациялы технологиялар өҫтөндә эшләүселәр ҡатнаша. Быйыл ғына ла 100-ҙән ашыу предприятие үҙ тауарын тәҡдим иткән. Сара эске һәм иҡтисад баҙарында сит ил продукцияһын алмаш тәҡдим итә. Башҡортостан унда уңышлы ҡатнашҡан.

Әйткәндәй, бөгөн “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” бренды аҫтында 660 етештереүсе 24 мең төр продукция сығара.

Фото: Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас