

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында был форум 14 – 17 декабрҙә уҙасаҡ
Ойоштороусыһы – Башҡортостан Хөкүмәте. Ярҙамсы ойоштороусылары сифатында Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Стратегик башланғыстар агентлығы һәм башҡалар сығыш яһай.
Федераль һәм төбәк власть вәкилдәре, төрлө илдәрҙән килгән эксперттар һәм эшҡыуарҙар иҡтисадтың санкциялар шарттарындағы көнүҙәк проблемалары буйынса фекер алышасаҡ.
“Был йыйын сиктәрендә үткәреләсәк сараларҙың Башҡортостан һәм ил иҡтисадын үҫтереүгә өҫтәмә этәргес көс бирәсәгенә ышанам. Ул шулай уҡ күп һорауҙарға яуап табырға ла ярҙам итәсәк”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
15-се тапҡыр үткәреләсәк сараның программаһы иҡтисадҡа, экспортҡа, инвестицияларға, медиаға, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа бағышланған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.