

Бөгөн Башҡортостанда яңы һөнәри байрам – Сәнәғәтселәр көнө барлыҡҡа килде. Уны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында нығытып ҡуйҙылар. Был хаҡта республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итә.
“Башҡортостанда 260 меңгә яҡын кеше сәнәғәт өлкәһендә эшләй. Хәҙер беҙҙең үҙ һөнәри байрамыбыҙ барлыҡҡа килде. Эш байрам үткәреүҙә генә түгел. 1 декабрь йыл дауамында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаясаҡбыҙ, алдынғыларҙы тәбрикләрбеҙ. Ҡаҙаныштарыбыҙ етерлек – республика икенсе йыл рәттән ил кимәлендә сәнәғәт сәйәсәтен уңышлы алып барыуҙа беренсе урын яулай, тимәк, һөҙөмтәләрҙе барлау өсөн сәбәп бар”, - тип яҙҙы рәсми сәхифәһендә Александр Шельдяев.
Әйткәндәй, йыл башынан сәнәғәт етештереүе 103 процент тәшкил иткән – был күрһәткес дөйөм ил кимәле күрһәткесенән дә, Волга буйы федераль округынан да юғарыраҡ.
Александр Шельдяев белдереүенсә, республика сәнәғәтселәренең шаҡтай өлөшө нефтселәргә тура килә, унан һуң - химия продукцияһын етештереүселәр, артабан - машина эшләүселәр.
Фото Александр Шельдяев сәхифәһенән.