

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика делегацияһы XVI “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында һәм күргәҙмәһендә эшен дауам итә. Форумдың икенсе көнөндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев “РОСДОРНИИ” федераль автономиялы учреждениеһының генераль директоры Александр Бедусенко менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев ҡатнашты.
Яҡтар Башҡортостан Республикаһының транспорт планлаштырыуы документтарын төҙөү буйынса дәүләт килешеүен тормошҡа ашырыу йәһәтенән фекер алышты.
– Республикабыҙ транспорт тармағын үҫтереү йәһәтенән эҙмә-эҙлекле алға бара, был аҙымдар ышаныслыраҡ булһын өсөн беҙгә ентекле тикшеренеүҙәр нигеҙендә берҙәм план төҙөргә кәрәк, – тине Алан Марзаев. – “РОСДОРНИИ” менән хеҙмәттәшлек киләсәктә төбәктә дөрөҫөрәк һәм ҡулайыраҡ транспорт логистикаһын ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.
Александр Бедусенко әйтеүенсә, тәүге этапта ҡаралған эштәр башҡарылған.
– Әлегә тиклем Институт белгестәре, килешеүгә ярашлы, республика биләмәһендә транспорт һәм пассажирҙар ағымын тикшерҙе, Башҡортостандағы, шул иҫәптән Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡала агломерацияларындағы транспорт системаһының торошон анализланы, – тине Институт директоры.
Эштең икенсе этабында республикалағы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡала агломерацияларындағы транспорт системаһының математик моделдәрен эшләү, халыҡҡа транспорт хеҙмәттәре күрһәтеү системаһын ҡулайлаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереү һәм башҡалар планлаштырыла. ИНститут транспорт планлаштырыуы документтарын әҙерләүҙе киләһе йылдың июленән дә һуңға ҡалмайынса тамамлар, тип күҙаллана.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: https://www.pravitelstvorb.ru/news/19465/