Иҡтисад
18 Ноябрь 2022, 09:14

Башҡортостандың инвестиция картаһы төҙөлә

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы алдынан Үҫеш корпорацияһы үҙ эшенә йомғаҡ яһаны

Башҡортостандың инвестиция картаһы төҙөләБашҡортостандың инвестиция картаһы төҙөлә
Башҡортостандың инвестиция картаһы төҙөлә

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы алдынан Үҫеш корпорацияһы үҙ эшенә йомғаҡ яһаны

Өфөлә 14 – 17 декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үткәреләсәге тураһында сайтта хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы ошо форум алдынан үткәрелгән эштәргә йомғаҡ яһаны.

“2021 йылдың декабрендә үткәрелгән Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә буш инвестиция майҙансыҡтары буйынса виртуаль тур ойошторҙоҡ, барлыҡ ҡатнашырға теләгәндәр уларҙың төп үҫенсәлектәре буйынса онлайн-форматта таныша алды. Төркиә вәкилдәре өсөн “Алға” махсус иҡтисади зонаһы буйынса виртуаль экскурсия үткәрҙек. Төбәк етәкселеге, спикерҙар һәм форумда ҡатнашыусылар билдәләгәнсә, бындай сара инвесторҙың беҙҙең төбәккә килеүен еңеләйтәсәк”, – тине Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Инвестиция майҙансыҡтары буйынса ошондай экскурсияларҙан тыш, Корпорация Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә республиканың инвестиция картаһын да төҙөй.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас