Иҡтисад
18 Ноябрь 2022, 18:00

Эште ваҡытында башларға кәрәк

Сәсеү миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә ремонт кампанияһы башлана.

Эште ваҡытында башларға кәрәкЭште ваҡытында башларға кәрәк
Эште ваҡытында башларға кәрәк

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2023 йылғы сәсеү миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә ремонт кампанияһының башланыуы тураһында хәбәр итте.

Башҡортостандың ауыл сәнәғәте комплексында баҫыу миҙгеле осоронда биш миллион тонна иген йыйылды. “Был ҡаҙаныштар артта ҡалды, сөнки киләһе миҙгелгә әҙерлекте башларға кәрәк”, - тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов Ҡырмыҫҡалы районында үткәрелгән республика ауыл хужалығы комплексының ремонт миҙгеленә башланыуына арналған семинар-кәңәшмәлә. “Эште ваҡытында башларға, барлыҡ процестарҙы системалы атҡарырға кәрәк, - тине ул. – Беларусь Республикаһына эш сәфәрендә Мозырь тракторҙар заводын ҡараныҡ, улар менән берлектә тракторҙар йыйыуҙы башланыҡ”.

Ҡырмыҫҡалы районында үткәрелгән семинар-кәңәшмәлә тармаҡ белгестәре, райондар хакимиәттәре башлыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, ҙур ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, баш инженерҙары һәм башҡалар ҡатнашты, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: apkrb.info/press-service/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас