

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, “Торатау” конгресс-холында “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” уҙғарыла.
“Былтыр ошо аҙналыҡ сиктәрендә Башҡортостандың Сауҙа министрлығы линияһы буйынса “Корпорация – эшҡыуарлыҡты үҫтереү драйверы булараҡ” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолғайны”, – ти республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев.
Был сара йомғаҡтары буйынса эш төркөмө ойошторолғайны, буласаҡ кооперативтар еткселәрен уҡытыу ойошторолдо. Бөгөнгә “Башпотребсоюз” составында 130 кооператив ойошторолған, улар 13 мең пайсыны берләштерә.
“Етештереү өлкәһендә 186 предприятие бар. Нигеҙҙә, улар икмәк бешерә, кондитер ризыҡтары етештерә, ярымфабрикаттар һәм алкоголһеҙ эсемлектәр эшләй”, – ти Алексей Гусев.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.