

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Салауат ҡалаһына эш сәфәре тураһында яҙған.
“Салауатбыяла” предприятиеһында ҙур размерлы 12 - өс метрлыҡ быяланы етештереүҙең яңы линияһын астыҡ!” – тип хәбәр иткән вице-премьер.
Бер айҙан һуң контейнерҙан беренсе продукция сығасаҡ. Был үтә күренмәле быяла буласаҡ. 6-сы линиялағы быяла эшләү цехын үҙгәртеп ҡороуҙы быйыл йәй башлағандар. Хәҙер мейес бөтөнләй икенсе. “Технологик яңылыҡтар индерҙек, ҡоролмаларҙы ҙурайттыҡ, хәҙер быяланы тағы нәҙегерәк, үтә күренмәле итеп ҡойоп була”, - тип яҙған Александр Шельдяев.
Фото Александр Шельдяевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.