

Быйылғы ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостандың Мысыр менән сауҙа әйләнеше былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 74 процентҡа артҡан. Был осраҡта тауар әйләнеше нигеҙҙә экспорттан тора, ул үҙе айырым 80,4 процентҡа үҫкән. Был турала “Сауҙа вәкиллеге сәғәте” форматындағы онлайн-кәңәшмәлә Рәсәйҙең Мысырҙағы сауҙа вәкиле Николай Асланов әйтте.
“Һуңғы йылдарҙа беҙ Мысыр менән тышҡы сауҙа әйләнешен арттырабыҙ. Әгәр ҙә 2021 йылда ул 25 процентҡа ғына үҫһә, быйылғы туғыҙ айҙа 75 процентҡа тиерлек артты, нигеҙҙә бында экспорт тауарҙары инә”, – тип аңлата Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Николай Асланов белдереүенсә, Башҡортостандың Мысыр баҙарындағы урынын киңәйтеү мөмкинлеге ҙур әле. Ул экспортҡа йүнәлеш тотҡан компанияларға төбәктең үҙенсәлектәре буйынса кәңәштәр бирергә әҙер булыуын белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.