Иҡтисад
21 Ноябрь 2022, 15:30

23 проект тормошҡа ашырыла

2022 йылдың ун айында эре инвестиция проектын тормошҡа ашырған 15 һөтсөлөк комплексында 204 мең тонна һөт етештерелгән.

23 проект тормошҡа ашырыла23 проект тормошҡа ашырыла
23 проект тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда һөтсөлөк фермаларын төҙөү буйынса эре инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған ауыл хужалығы предприятиелары һөтө етештереүҙә алдынғы булып тора, тип белдерҙе республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. 2022 йылдың ун айында ошондай 15 һөтсөлөк комплексында 204 мең тонна һөт етештерелгән, был республика күләменең өстән бер өлөшөн тәшкил итә (643 мең тонна).

"Йыл башынан Ауырғазы районының “Урожай” һөтсөлөк фермаһы һәм Йәрмәкәй районының “Төньяҡ Нива Башҡортостан” яуаплылығы сикләнгән йәәмғиәттәрендә 26 000 тоннанан ашыу һөт һауылған. Саҡмағош районының "Баҙы" ауыл хужалығы предприятиеһы һәм Стәрлетамаҡ районының "Калинин" ауыл сәнәғәте предприятиеһы яҡынса 20 мең тонна самаһы һөт етештергән. Һөт етештереүҙең ыңғай үҫеше шулай уҡ маҡсатлы тоҡомсолоҡ эштәре һәм тармаҡты әүҙемләштереү иҫәбенә өлгәшелде", – тине ул.

Бөгөн республикала һөт-тауар фермалары булдырыуға һәм һөт эшкәртеүгә йүнәлтелгән 23 проект тормошҡа ашырыла. Уларҙың дөйөм хаҡы 26 миллиард һум тәшкил итә. Күбеһе юғары кимәлдә әҙерлекле, планлаштырылған сығымдарҙың яртыһынан күберәге уларҙы тормошҡа ашырыуға һалынған да инде.

Белешмә:

Республикала үҙҙәренең инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыусы предприятиелар мөлкәт һалымын түләүҙән азат ителә, табышҡа һалым буйынса льгота ала. Өҫтәмә ташламалар ҙа бар, атап әйткәндә, проекттар өсөн ер участкалары сауҙаһыҙ ҡуртымға бирелә, инфраструктура төҙөлөшөнә киткән сығымдар ҡаплана.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас