

Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, 1 декабрҙән 15-нә тиклем Рәсәй банкы һәм Стратегик башланғыстар агентлығы финанс белем буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-зачеты үткәрә.
- Теләге булған һәр кемдең үҙ белемен тикшереү һәм вкладтар, кредиттар, түләү карталары һәм башҡа финанс хеҙмәттәре тураһында яңы файҙалы мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар. Финанс белем буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-зачётын үҙаллы үтергә йәки ғаилә командаһын йыйып, яҡындарың менән ваҡытты файҙалы үткәрергә мөмкин, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.
Һорауҙарға яуап биреү һөҙөмтәләренә ярашлы, һәр ҡатнашыусыға ойоштороусыларҙан исемле сертификат тапшырыла. Зачетты яңғыҙ тапшырыусыларға - 30 минут, ғаилә менән ҡатнашыусыларға бер сәғәт ваҡыт бирелә. Шул уҡ ваҡытта үҙеңде бер нисә тапҡыр һынап ҡарарға мөмкин.
Ҡатнашыу өсөн Бөтә Рәсәй финанс грамоталылыҡ буйынса онлайн-зачеты сайтында теркәлергә кәрәк.
Белешмә өсөн:
Стратегик инициативалар агентлығы - иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙә саралар комплексын тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Хөкүмәте ойошторған Рәсәйҙең автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы.
Атап әйткәндә, өҫтөнлөклө проекттарҙы танытыу, Рәсәйҙә инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу, профессиональ кадрҙарҙы үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Фото: growsevastopol.ru