

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың үҫешенә бәйле мөһим һандарҙы әйтте. Ул тышҡы сауҙа бәйләнешенә бәйле. Шулай, Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше йыллыҡ сағылышта 13 процентҡа артҡан. Экспорт күләме 17,1 процентҡа артҡан, импорт 1 процентҡа кәмегән.
– Эш яҡшы ойошторолған, беҙ яңы партнерҙар эҙләйбеҙ. Тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса тәүге унау иҫәбендә – Ҡытай, Ҡаҙағстан, Латвия, Нидерланды, Белоруссия, Һиндостан, Төркиә, Финляндия, Германия, Үзбәкстан. Ошо тиҫтәнән биш ил менән ныҡышмалы эш алып барабыҙ һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте көсәйтергә кәрәк. Дөйөм алғанда, беҙ дөрөҫ өҫтөнлөктәр ҡуйҙыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".