

2022 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостандың аграр секторына инвестициялар күләме 79,3 процентҡа артып, 7,4 миллиард һумға еткән. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
Ошо проекттар ярҙамында төбәктең малсылыҡ тармағы йылды юғары күрһәткестәр менән тамамлай, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Мәҫәлән, ун айҙа Башҡортостан хужалыҡтары һәм фермерҙары 354 мең тонна мал һәм ҡош ите, 643 мең тонна һөт һәм 790 миллион инкубация йомортҡаһы етештергән. Был былтырғы күрһәткестәрҙән байтаҡҡа күберәк.
– Төбәктә бөтәһе 110,3 миллиард һумға 63 өҫтөнлөклө тармаҡ проекты тормошҡа ашырыла, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. – 2023 йылда 25 башланғысты тамамларға ниәтләйбеҙ. Улар йылына 273 мең тонна һөт, 21 мең тонна ит етештереүҙе арттырыу мөмкинлеген асасаҡ, шулай уҡ 170 миллиондан ашыу инкубация йомортҡаһы бирәсәк.
Вице-премьер әйтеүенсә, 2022 йылға малсылыҡты үҫтереүгә яҡынса йомғаҡ 22 ноябрҙә Күгәрсен районында үтәсәк зона кәңәшмәһендә яһала.
Фото: ufa.rbc.ru