Иҡтисад
21 Ноябрь 2022, 13:30

Улар ғорурлана ала!

Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу 128 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирҙе.

Улар ғорурлана ала!Улар ғорурлана ала!
Улар ғорурлана ала!

“ЭкоНива” агрохолдингы Башҡортостандың Йәрмәкәй районында “Семён-Макаров” малсылыҡ комплексын төҙөүҙе тамамланы. Был хаҡта бөгөнгө Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында “Төньяҡ Нива Башҡортостан” компанияһы директоры (“ЭкоНива” холдингына инә) Николай Лукерин хәбәр итте.

Билдәләп үтергә кәрәк, был – төбәк биләмәһендә тормошҡа ашырылған һөт малсылығы өлкәһендәге ҙур проект. Уны тормошҡа ашырыу тураһында килешеү “Сочи-2019” Рәсәй инвестиция форумы барышында төҙөлдө.

2 800 һыйырға һәм 3 200 баш йәш малға иҫәпләнгән комплекс “Россельхозбанк”тың финанс ярҙамы менән төҙөлгән. Дөйөм инвестициялар 3,1 миллиард һумдан ашҡан. Проект сиктәрендә майҙансыҡта өс һыйыр аҙбары, быҙау аҙбары, йәш мал аҫрау өсөн майҙансыҡтар, мал аҙығы келәте төҙөлдө. Предприятиела йәнлектәрҙе һаҡсыл ҡарау системаһы ла индерелде.

– Бөтә мал – ул голштин тоҡомло һауын һыйырҙары, – тип билдәләне Николай Лукерин. – Фермала тәүлегенә 87,5 тонна һөт етештерелә.

Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу 128 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирҙе. Предприятиела башлыса 40 йәштән йәшерәк хеҙмәткәрҙәр эшләй. Бынан тыш, хужалыҡта БДАУ һәм тармаҡ колледждары студенттары производство практикаһы үтә.

“Төньяҡ Нива Башҡортостан” компанияһы директоры предприятиены үҫтереү пландары хаҡында һөйләне һәм Радий Хәбировты яңы комплексты рәсми асыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

– Күптән түгел голштин тоҡомо буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы статусын алдыҡ, был беҙгә Башҡортостанда һәм унан ситтә тоҡомло башмаҡтар һата башларға мөмкинлек бирә, – тине Николай Лукерин. – Республика етәкселегенә күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерәм. Ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа улар предприятиеның аяҡҡа баҫыуында һәм үҫешендә ҙур ярҙам күрһәтә.

Башҡортостан Башлығы яңы комплексҡа мотлаҡ барыуын билдәләне.

– Беҙ был ҙур проекттың тамамланыуын көттөк. Ул 2019 йылда “Инвестиция сәғәте”ндә ҡарағандан һуң башланды. Компания ғәмәлдәге программалар сиктәрендә мал һәм ҡорамалдар һатып алыуға һалым ташламалары, субсидиялар алды, – тине Радий Хәбиров. – Ә бөгөн иң заманса һөтсөлөк фермаларының береһендә тәүлегенә 87 тонна һөт һауып алына. Әүҙем эшләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас