

“Фарус-Синтез” компанияһы бында синтетик спирт етештерәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте “Алға” махсус иҡтисади зонаһының ун өсөнсө резиденты – “Фарус-Синтез” компанияһы менән килешеү төҙөнө. Өс яҡлы был килешеүгә республика Хөкүмәте, компания һәм Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ҡул ҡуйғандар.
Бынан саҡ ҡына алдараҡ инвесторҙың юғары майлы синтетик спирт етештереү буйынса бизнес-планын “Алға” зонаһының эксперт советы раҫлағайны. Был продукция йылына 48 мең тонна етештереләсәк, проекттың хаҡы 14,7 миллиард һум, 400 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Бөгөнгә был проект “Алға” иҡтисади зонаһы өсөн иң ҙуры булып тора. Уны тормошҡа ашырыу импорт аналогты алмаштырыу һәм иң ҙур ҡулланыусыларҙың – химия һм нефть химияһы предприятиеларының – итыяжын ҡәнәғәтләндереү мөмкинлеге тыуҙырасаҡ.
Фото: “Алға” махсус иҡтисади зонаһы сайтынан.