Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төҙөлөш тармағын һанлаштырыу тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
"Төҙөлөштә, иҡтисадтың башҡа төп тармаҡтарындағы кеүек үк, процестар әүҙем һанлаштырыла. Был – Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған 2030 йылға тиклемге милли үҫеш маҡсаты.
Бөгөн Өфөлә төҙөлөш тармағын һанлаштырыу буйынса Бөтә Рәсәй конференцияһы үткәрелде. НОТИМ Президенты Михаил Викторов билдәләүенсә, Рәсәйҙә заказсыларға һәм төҙөүселәргә йүнәлтелгән тәүге ойоштороу кәңәшмәһе был.
Илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Константин Михайлик төбәктә тармаҡ үҫешенә юғары баһа бирҙе, тиҙҙән федераль кимәлдәге сара үткәреү өсөн беҙгә киләсәген раҫланы.
Башҡортостан илдә беренселәрҙән булып ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең төбәк һанлы дәүләт мәғлүмәт системаһын әҙерләй башланы. Ул бөтә муниципалитет биләмәләрен үҙ эсенә ала һәм функцияһы буйынса Рәсәйҙә тәүге бишәү иҫәбенә инә. Ун айҙа 23 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән, һорауға яуап әҙерләү ваҡыты өс тапҡырға ҡыҫҡартылған.
Программа тәьминәттәрен әҙерләйбеҙ. Беҙҙең ГисИнгео геомәғлүмәт системаһын 25 йыл эсендә ун мең тапҡыр самаһы һатып алдылар. Башлыса Мәскәү, Һамар, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә киң таралған.
Иң эре заводтар – Магнитогорск металлургия комбинаты, “Метиз”, Башҡортостандың бөтә нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы заводтары, Силәбенең металлургия заводтары шулай уҡ Башҡортостандың программа тәьминәтендә эшләй", - тип яҙҙы ул.
Фото А. Назаровтың сәхифәһенән.