Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ноябрь 2022, 16:15

Төҙөлөш тармағына – яңы һулыш!

Беҙҙә был йүнәлеш ныҡ әүҙем үҫешкән

Төҙөлөш тармағына – яңы һулыш!
Төҙөлөш тармағына – яңы һулыш!

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә “Төҙөлөш навигаторы: һанлаштырыуға курс. Башҡортостан Республикаһы” тигән Бөтә Рәсәй конференцияһы бара.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, конференцияны уҙғарыу урыны итеп Башҡортостан осраҡлы һайланмаған. Республикабыҙҙа төҙөлөш тармағын һанлаштырыу, ғөмүмән, девелопер йүнәлеше ныҡ әүҙем үҫешкән. Әйткәндәй, Башҡортостан илебеҙҙә беренселәрҙән булып, ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлегендә, Дәүләт мәғлүмәт системаһын тәьмин итеү буйынса төбәк һанлаштырыу платформаһын эшләй башлаған.  

– Бөгөн унда бер меңдән ашыу ҡулланыусы эшләй, – тине Андрей Назаров. – Ул эшмәкәрлеге буйынса – илебеҙҙә ТОП-5 исемлегендә. Платформала 12 муниципаль хеҙмәт иҫәпләнә. Ун ай эсендә 23 меңдән ашыу хеҙмәттәр күрһәтелгән. Киләһе йылда һанды 16-ға еткерергә уйлайбыҙ.

Андрей Назаров әйтеүенсә, сираттағы функциональ модуль – линия объекттары өсөн уларға килгән рөхсәт документтарына килешеү системаһы. Әле технологик тоташтырыуҙың инженер селтәрҙәренә килешеү ваҡыты 60 көндән алып 500 көн тирәһе. Ошо модулде индергәс, килешеү ваҡыты күпкә ҡыҫҡарасаҡ.  

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: