Иҡтисад
22 Ноябрь 2022, 10:03

Теләк кенә булһын

Һәр замандың – үҙ ризығы.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

2005 йылда шәхси эшҡыуар булып теркәлеп, үҙ эшен биш феләктән башлаған йүнсел Мәүлит Вәлиевтең юлын бөгөн улы Айбулат лайыҡлы да-уам итә. Уның һөтсөлөк-тауар фермаһы, үҙ пилорамы бар. Шулай ҙа Мәүлит Ғиниәт улын эш урынында күреүебеҙгә ифрат шатландыҡ. Ни тиһәң дә, ул – районда үҙ йүнәлешен асып, бөгөнгәсә матур итеп эшләгән йүнселдәрҙең береһе.

– Колхоз-совхоздар тарҡалғас, эшһеҙ тороп ҡалдым. Шул саҡта, тәүәккәлләп, халыҡтан һөт йыйырға тотондом. Тәүҙә ышанмайыраҡ ҡына тапшырҙылар, аҙаҡ аҡса ала башлағас, үҙҙәре үк саҡырҙы. Аҡрынлап һөт ташыу өсөн махсус машина, һөттө һыуытыу ҡорамалдары һатып алдым. Улым менән уйлаштыҡ та, малсылыҡ йүнәлешен һайлап, таналар һатып алып, ферма төҙөнөк. Һөттө шул уҡ Мәләүез һөт-консерва заводына тапшырабыҙ, бөгөн 25 баш һауын һыйырыбыҙ бар. Өс кешегә эш урыны булдырылған, – ти Буранғол фермеры.

Тырышҡандарға бәхет үҙе йылмая, тигәндәре лә хаҡтыр. Үҙҙәренең көсө менән башланған эшкә дәүләт ярҙамы ла ҡушылғас, Буранғол уңғандарының эше тағы ла йәнләнеп китә. Бөгөн улар ышаныслы аҙымдар менән киләсәккә яҡты маҡсаттар ҡуя, эштәренең ҡеүәтен арттырыу, мал һанын ишәйтеү теләге менән яна. Һәр тармаҡтың да табышлы яҡтарын күрә белгән, уны артабан киңәйтеү юлдарын тапҡан аталы-уллы Айбулат менән Мәүлит Вәлиевтәр – ауылдаштарының оло терәге лә. Күп осраҡта улар бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, өмәләрҙә үҙ техникаһы менән ҡатнаша.

“Үҙ эшен асырға теләк белдергән йәштәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?” тигән һорауыма, ул күп уйлап тормаҫтан: “Иң мөһиме – теләк булһын, ҡалғаны көйләнә ул”, – тип яуап бирҙе.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас