Өфөләге “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында “ТЭФИ-Капитал” форумының еңеүселәре билдәле буласаҡ.
Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарыласаҡ 15-се Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында иҡтисадҡа, экспортҡа,инвестицияларға, медиаға, эшҡыуарлыҡҡа арналған саралар планлаштырылған. Был сарала шулай уҡ иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм социаль яуаплы бизнес темаларын яҡтыртҡан өсөн бирелә торған “Капитал” Бөтә Рәсәй премияһының йомғаҡтары ла билдәле буласаҡ.
Быйыл премияға дәғүә иткән 150 эш ҡабул ителгән, шуларҙың 135-нә премия алыу бәйгеһендә ҡатнашырға рөхсәт ителгән. Еңеүселәрҙе эксперт комиссияһы асыҡлаясаҡ.
“ТЭФИ-Капитал”да ҡатнашыусыларҙың географияһы киң – Архангельск, Владикавказ, Симферополь, Кемерево, Улан-Удэ һәм башҡа ҡалалар, төбәктәр.
Фото: “Башинформ”.