Иҡтисад
22 Ноябрь 2022, 08:17

Ябыла яҙған ҡеүәттәр тергеҙелә

Башҡортостанда инвестициялар йәлеп ителә.

Географик яҡтан уңайлы булыуы, халыҡтың тығыҙ урынлашыуы,  транспорт инфраструктураһының үҫешкәнлеге, ер фондының һәм минерал-сеймал базаһының бай булыуы, дәүләт яғынан ҙур ярҙам күрһәтелеүе беҙҙең республиканың инвестиция ҡеүәтен туҡтауһыҙ үҫтерә барыуға булышлыҡ итә. Эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы республика етәкселеге үҙенең стратегик бурысы тип иҫәпләй. Бөгөн ошо ҡеүәтте нисек баһаларға мөмкин, киләсәктә ул ниндәй йүнәлештә барасаҡ?

 

“Һеҙгә ярҙам итергә һәр саҡ әҙербеҙ”

 

Башҡортостанда сәнәғәт һәм ауыл хужалығындағы яңы башланғыстар тыуа, уларға даими рәүештә инвесторҙар йәлеп ителә.  Уларҙың иң әһәмиәтлеләре Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән “Инвестиция сәғәте”ндә лә ҡаралыуын күреп торабыҙ.

Был ултырыштарҙың береһендә “Башкирский холод” компанияһының директорҙар советы рәйесе Николай Онацкий Өфөлә “Башҡорт туңдырмаһы” предприятиеһы нигеҙендә яңы фабрика төҙөү тураһында һөйләне. Бынан алда ғына республиканың инвестиция комитеты дөйөм сығымы ике миллиард һум булған ошо башланғысҡа фатиха биргәйне.

Проект сиктәрендә етештереүҙе үҙгәртеп ҡороуҙың беренсе этабын тамамлағандар ҙа инде. Майҙансыҡта төрөү һәм аппарат цехтары, сыныҡ­тырыу камералары, келәт биналары, шулай уҡ инженерлыҡ объекттары – ҡаҙанлыҡ, трансформаторлы ярҙамсы подстанция, һыу үткәргес  яңыртылған.

– Инвестиция проекты һөҙөмтә­һендә беҙ ябылыу алдында торған ҡеүәттәрҙе яңынан тулы көсөндә эшләтеп ебәрә алдыҡ, – ти Николай Онацкий. – Хәҙер 56 төрҙәге туңдырма етештерәбеҙ, уны республика баҙарына һәм федераль сауҙа селтәре кибеттәренә оҙатабыҙ.  Быйыл икенсе этапты тормошҡа ашыра башланыҡ, ул түбән температуралы заманса келәт терминалын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Киләсәктә яңы етештереү бинаһы төҙөүҙе планлаштырабыҙ, һөҙөмтәлә 2025 йылғаса туңдырма етештереүҙе йылына 10 мең тоннаға еткереү мөмкинлеге тыуасаҡ.

Был предприятиеның ҡорамалдар һатып алыуға сығымы артыуы сәбәпле, Инвестиция комитеты етештереүгә ярҙам итеү буйынса өҫтәмә сараларҙы раҫланы. Улар иҫәбендә – һалым ташламалары биреү ваҡытын оҙайтыу, инженерлыҡ инфраструктураһы төҙөүгә һәм технологик ҡорамалдар алыуға тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау.

Башҡортостан Башлығы инвес­торҙарға туңдырманы парктарҙа һәм йәмәғәт майҙансыҡтарында һатыу өсөн фирма сауҙа урындарының дизайнын матурайтып эшләргә ҡушты.

– Беҙ Өфөнөң һәм республиканың башҡа ҡалаларының тышҡы йөҙөн үҙгәртәбеҙ. Сауҙа нөктәләренең күренеше заманса талаптарға яуап бирергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.

 

Ашҡаҙар буйында яңы комплекс төҙөләсәк

 

“Инвестиция сәғәт”тәренең бере­һендә “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры Илдус Халиҡов малсылыҡ комплексын үҫтереү буйынса проект тәҡдим итте. Һүҙ Мәләүез районында яңы технологик объекттар төҙөү һәм тоҡомло һыйыр малы һанын күпкә арттырыу тураһында бара. Бындағы эш күләменең дөйөм суммаһы 765,5 миллион һум тәшкил итәсәк.

Райондың Нордовка ауылы эргәһендә быҙау һарайы төҙөп ҡуйылды ла инде, әле һыйыр аҫрау өсөн каркас-тент бина һәм ярҙамсы ҡоролмалар эшләү бара. Яҡын киләсәктә инвестор ауыл хужалығы культуралары үҫтереү өсөн өҫтәмә ер майҙанын ҡуртымға алырға һәм уларҙа һуғарыу системаһы  булды­рырға ниәтләй.

Проект өҫтөнлөклө статус алған, кәрәкле ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар буйынса сығымдар­ҙың бер өлөшөн республика ҡаплаясаҡ.

 

Уны күтәрә барырға кәрәк

 

Өфө, Бөрө һәм Салауат ҡалала­рында өҫ кейеме тегеү фабрикалары барлыҡҡа киләсәк. Ололар һәм балалар өсөн кейем етештереүҙе “МаdyArt” компаниялары төркөмө “Фемина” һәм “Фортуна” предприятиеларын яңыртыу юлы менән башлаясаҡ.

Былтыр ошо яңыртыуҙың беренсе этабы тамамланды – биналарҙы ремонтланылар һәм тегеү ҡорамалдары паркын яңырттылар. Бынан тыш, республика был компаниялар төркөмөнә материалдар алырға 2,98 миллион һумлыҡ субсидия ла бүлде. 2024 йыл аҙағына саҡлы яңы предприятиела инвестиция проектының икенсе этабын тормошҡа ашырыуҙы планлаштыралар.

“Фемина” предприятиеһы директоры Игорь Черненко кейемгә ихтыяж­дың ҙур булыуын билдәләй. “Был айырыуса интернет-майҙансыҡтарҙы ҡарағанда асыҡ күренә”, – тине ул.  Әммә етештереүҙе арттыра барыу өсөн квалификациялы тегенселәр етешмәй. Башҡортостан Башлығы был мәсьәләне хәл итеү өсөн лайыҡлы эш шарттары булдырыу кәрәклеген билдәләне. 

– Кадрҙар мәсьәләһе – беҙҙең еңел сәнәғәт өсөн системалы хәл инде ул, – тине Радий Фәрит улы. – Проблеманы йырып сығыу өсөн һәйбәт эш хаҡы булдырырға тейешбеҙ. Уны планлы рәүештә күтәрә барыу талап ителә.

 

Ҡатырға менән көпләү арзаныраҡ

 

Өфө районында автоматлашты­рылған ҡатырға йәшниктәр етештереү буйынса предприятие барлыҡҡа киләсәк, уны төҙөүҙе “Добрый картон” компанияһының генераль директоры Денис Коткин тәҡдим итә.

Башҡортостандың Үҫеш корпора­цияһы ярҙамында инвестор “Өфө” индустриаль паркында майҙансыҡ һайлаған, һәм күптән түгел ерҙе ҡуртымға алыу буйынса килешеү ҙә төҙөлгән.  Әле яңы етештереү ҡеүәттәре проектын әҙерләү буйынса инженерлыҡ эштәре башҡарыла.

Завод йылына 70 миллион тонна ҡатырға етештереүгә иҫәпләнгән, уның инвестиция хаҡы 280 миллион һум тәшкил итә. Предприятиела 50 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Ярҙам сифатында компанияға индустриаль парк резиденттарына тейешле булған һалым ташламалары бирелә. Бынан тыш, инвестор Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондынан етеште­реүҙе үҫтереүгә ташламалы заем да аласаҡ.

 

Ҡыярҙы гидропон ысулы үҫтерәсәк

 

Бүздәк районында йәшелсә үҫтереү буйынса проект та өҫтөнлөклө саралар исемлегенә индерелде. Уның инвесторы – крәҫтиән (фермер)  хужалығы етәксеһе Рәлиф Сәйфетдинов.

– Инвестиция йәлеп ителгәс тә, был хужалыҡта өҫтәмә рәүештә өс гектар ерҙә теплица төҙөләсәк, – ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Марат Исламов. – Һөҙөмтәлә теплицалар комплексының ағымдағы етештереү күләме 13 тапҡырға артырға тейеш.

Был крәҫтиән (фермер) хужалығында йәшелсә йыл әйләнәһенә гидропон технологияһы буйынса үҫтерелә. Был ысул яһалма һәм органик субстраттарҙы ҡулланыуға нигеҙләнгән, ҡул эшен бик аҙ талап итә. Хужалыҡты ҙурайтыу өсөн проектҡа 225 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп итергә уйлайҙар.  Проектты тормошҡа ашырыу осоро 2022-2023 йылдарға иҫәпләнгән. Белгестәр раҫлауынса,  теплицалар комплексы йыл һайын өс мең тоннаға яҡын помидор һәм ҡыяр етештерәсәк.

Ошо инвестиция проекты Башҡортостандың тупланма ҡаҙнаһына һалым түләүҙе арттыра барырға тейеш. Һәм ул 33 яңы эш урыны барлыҡҡа килтерәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу шулай уҡ Бүздәк районының һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә байтаҡ өлөш индерәсәк, тип планлаштыралар.

Бында тағы бер мөһим нәмәне билдәләргә кәрәк: йәшелсә һәм еләк-емеш продукцияһы етештереү күләмен арттырыу хәҙерге  иҡтисади санкциялар шарттарында сит ил продукцияһын алмаштырыу мөмкин­леген бирәсәк.  Предприятиеларға ҡорамалдар һатып алыуҙы субсидиялау иҫәбенә йәшелсә-емештең кибеттәрҙәге хаҡын да күтәрмәү форсаты тыуа.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас