Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2022, 15:15

“Алға”ла 13-сө резидент теркәлде

Был инвестиция проекты “Алға” зонаһында иң ҙур проектты тәшкил итә.

“Алға”ла 13-сө резидент теркәлде
“Алға”ла 13-сө резидент теркәлде

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “ФАРУС-СИНТЕЗ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен “Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденттары реестрына индерҙе.

Компанияның йылына 48 мең тонна синтетик юғары май спирттары етештереү тураһындағы бизнес-планы “Алға” зонаһының Эксперт советы тарафынан хупланғайны. Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Үҫеш корпорацияһы һәм “ФАРУС-СИНТЕЗ” йәмғиәте араһында махсус иҡтисади зона биләмәһендә сәнәғәт-етештереү эшмәкәрлеген алып барыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Был инвестиция проекты “Алға” зонаһында иң ҙур проектты тәшкил итә. Уны тормошҡа ашырыу хаҡы 14,7 миллиард һум тип баһалана, хеҙмәт хаҡы юғары булған яңы 400 эш урыны булдырыу планлаштырыла. Әле Рәсәйҙә бер ерҙә лә синтетик юғары май спиртын сәнәғәти етештермәйҙәр.

Шулай итеп, бөгөн “Алға” махсус иҡтисади зонаһында 13 резидент теркәлгән. Унда йәмғеһе 47 миллиард һумдан ашыу инвестиция йүнәлтеү, 2100 берәмек яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.

“Яңы резидент – бөгөнгө ябай булмаған шарттарҙа “Алға” махсус иҡтисади зонаһының ыңғай үҫеш динамикаһын дауам итеүенә дәлил . “ФАРУС-СИНТЕЗ” компанияһы проект-смета документтарын тиҙ арала төҙөп, яраштырыу этабын үтергә һәм 2023 йылда төҙөлөш-монтаж эшен башларға ниәтләй. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте инвесторға проектты тормошҡа ашырыуҙың барлыҡ этаптарында ярҙам итәсәк”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, “Алға” махсус иҡтисади зонаһының Эксперт советы рәйесе Илшат Тажетдинов.

Фото: ruscable.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: