Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2022, 18:30

Һатып алыуҙар платформаһы үҙгәрәсәк

Был тармаҡта асыҡлыҡ – ышаныс билдәһе.

Һатып алыуҙар платформаһы үҙгәрәсәк
Һатып алыуҙар платформаһы үҙгәрәсәк

Башҡортостандың Конкурс сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты 2023 йылдың ғинуарына берҙәм республика һанлы платформаһын булдырырға ниәтләй. Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙерге ваҡытта беҙҙә ике мәғлүмәт системаһы эшләй: "Ваҡ күләмле аукциондар агрегаторы" һәм "Башҡортостан Республикаһы ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу өлкәһендә төбәк мәғлүмәт системаһы".

"Һатып алыуҙар өлкәһендәге республика платформалары дәүләт һатып алыуҙары системаһының мөһим принциптарының береһен — мәғлүмәттең асыҡлығын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә. Һанлы киңлекте үҙгәртеп ҡороуҙың маҡсаты — бәләкәй эшҡыуарлыҡтың дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙарға инеү мөмкинлеген ябайлаштырыу, шулай уҡ һатып алыуҙар барышының асыҡлығын, һөҙөмтәлелеген арттырыу. Ике системаны берләштереү һатып алыуҙар циклын планлаштырыуҙан алып контракттарҙы үтәүгә тиклем автоматлаштырыуҙы тәьмин итергә һәм клиенттар менән бәләкәй эшҡыуарлыҡтың техник яҡтан үҙ-ара эш итеүен ябайлаштырырға мөмкинлек бирәсәк", — тине Башҡортостандың Конкуренция сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

2023 йыл башынан бөтә һатып алыуҙар тураһында мәғлүмәтте берҙәм республика һанлы платформаһында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Клиенттарҙың эшен еңеләйтеү өсөн шулай уҡ Төбәк мәғлүмәт системаһына ваҡ контракттар тураһында мәғлүмәт тапшырыласаҡ.

Дәүләт комитетының платформа эшләүселәр менән берлектәге хеҙмәте һөҙөмтәлелекте арттырыуға һәм, дөйөм алғанда, һатып алыуҙар барышын оптималләштереүгә йүнәлтелгән. Республика клиенттары өсөн интеграль һанлы киңлектә эшләү буйынса уҡытыу ағымдағы йылдың декабренә билдәләнгән.

Фото һәм текст сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: