Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ОТР федераль каналына интервьюһында һуңғы өс йылда иҡтисадҡа инвестициялар күләменең йыл һайын 10 процентҡа артыуы тураһында һөйләне.
- Иҡтисадыбыҙ яҡшы үҫешә. Уның хәле уға ни тиклем әүҙем инвестициялар һалыуы менән ҡылыҡһырлана. Өс йыл эсендә инвестициялар күләме 31 процент тәшкил иткән, йәғни йыл һайын 10 процентҡа артҡан. Был бик һирәк күрһәткес, Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары ла ундай һөҙөмтә менән маҡтана алмай. Мин быны Башҡортостандың илгә лә, донъяға ла әүҙемерәк асылыуы менән аңлатам. Беҙ бер нисә инвестиция өҫтөнлөктәре булдырҙыҡ, ҡануниәткә төҙәтмәләр индерҙек. Эшҡыуарҙар Башҡортостанға инвестициялар менән килергә бик ярата, хатта әлеге ил һәм донъя өсөн ауыр булған осорҙа ла. Венгрия ҙур проект әҙерләй, Австрия бизнесы менән эшләйбеҙ. Аңлашыла, айырым мөмкинлектәр ябылды, ләкин хәрәкәт юҡ тип әйтеп булмай, – тине Радий Хәбиров ОТР эфирында.
Төбәк етәксеһе Хөкүмәттең эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ ҡылыу һәм азатлыҡты тәьмин итеү буйынса ҙур эшен билдәләне.
“Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм мәшғүлдәр һаны үҫешенең төп күрһәткестәре бар. Беҙҙә икеһе лә үҫешә. Өҫтәүенә улар “унынсы” йылдарҙың һәйбәт осоронда түгел, был күрһәткестәр иҡтисад өсөн билдәле бер саҡырыуҙар булған 2020, 2021 һәм 2022 йылдарға тура килеүен аңларға кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, кешеләр бизнесҡа бара, һәм был бик яҡшы. Беҙ үҙенсәлекле патримониаль ярҙам позицияһын алдыҡ – республика барыһын да тартып алырға һәм бүлешергә хыялланған контролер түгел, ә өлкән һәм хәстәрлекле ағай булараҡ сығыш яһай. Эшҡыуарлыҡҡа мөнәсәбәтте, ҡараш философияһын үҙгәртеү – минең бурысым. Бизнес – ул беҙҙең төп партнерыбыҙ, унһыҙ йәмәғәт именлеген булдырып, һалымдар йыйып, халыҡтың юл, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, мәктәптәр һәм башҡа объекттар төҙөү тураһында талаптарын үтәп булмай”, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә булышлыҡ итеүгә төбәктә ойошторолған бизнес-шәрифтәр институты ла булышлыҡ итә.
– Үҙ ваҡытында пандемия бизнесты үҫтереүгә көслө һөжүм яһаны, шуға күрә тотош саралар пакетын ҡабул иттек, өлкәне һаҡлап ҡалыу өсөн эшҡыуарҙарға субсидиялар бирҙек. Был Өфөгә генә түгел, башҡа ҡалаларға ла ҡағыла. Һәр муниципалитетта бизнес-шәриф эшләй, бизнесҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү генә уның бурыстары иҫәбенә инә. Һәр кесаҙна "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үткәрелә. Бизнесҡа ярҙам итеүҙең административ саралары булдырылды, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
2022 йылда Башҡортостанда 1828 инвестиция проекты иҫәпләнә. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,1 триллион һум тәшкил иткән.
Фото: "Башинформ".