Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2022, 23:30

"Беҙҙең бренд" күргәҙмәһе үтәсәк

24-26 ноябрҙә буласаҡ сара - Башҡортостандың аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә төп ваҡиға.

"Беҙҙең бренд" күргәҙмәһе үтәсәк
"Беҙҙең бренд" күргәҙмәһе үтәсәк

Өфөнөң "ВДНХ Экспо" күргәҙмәләр залында "Беҙҙең бренд" VI махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтәсәк. 24-26 ноябрҙә буласаҡ сара - Башҡортостандың аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә төп ваҡиға.

Форум етештереүселәргә хеҙмәттәшлек бәйләнештәрен киңәйтергә, һатыу баҙарын арттырырға, потенциаль һатып алыусыларҙы йәлеп итергә ярҙамлашыуға йүнәлтелгән.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнаша. Форумдың бай программаһының төп өлөшө булып Башҡортостан ауыл хужалығы кооперативтарының III съезы һәм "Үҙ ағзаларының уңышлы бизнесы шарты булараҡ кооператив" тип аталған проект сессияһы тора.

Күргәҙмәлә 80-гә яҡын ҙур эшкәртеүселәрҙең һәм ауыл хужалығы холдингтарының, брендтарҙың продукцияһы тәҡдим ителә. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һәм фермер хужалыҡтары продукцияһы айырым урын алып торасаҡ. Быйыл уларҙы Башҡортостан райондарынан 50-нән ашыу ҡатнашыусы тәҡдим итә.

"Беҙҙең бренд. Халыҡ таныуы" аҙыҡ-түлек онлайн-конкурсы күргәҙмәнең йолаһына әүерелде. Тауыш биреү нашбренд.рф рәсми сайтында 22 ноябргә ҡәҙәр барҙы. Онлайн-конкурстың еңеүселәре һәм финалсылары иҫтәлекле приздар менән бүләкләнәсәк.

Фото: республика Хөкүмәте.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: