Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевҡа ОТР каналы алып барыусылары тура эфирҙа “Башҡорт сода компанияһы”ның үҙенсәлеге нимәлә?" тип һоранылар.
"Был - Стәрлетамаҡ ҡалаһын булдырған предприятие. Беҙҙең сода бөтә донъяға билдәле. Уның етештереү күләме арта ғына бара", — тип аңлатты министр.
Александр Шелдяев менән әңгәмә барышында һорауҙар республиканың фармацевтикаһы тармағына һәм дөйөм сәнәғәткә лә ҡағылды.
"Беҙҙең "Иммунопрепарат" һәм "Фармстандард — ӨфөВИТА" фармацевтика предприятиелары күрһәткестәре арта. Ковидҡа ҡаршы вакцина, витаминдар, инсулин етештерәбеҙ. Тотороҡло предприятиелар. Декабрҙә яңы инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ике йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урынға сыҡтыҡ. Рейтинг 51 күрһәткес нигеҙендә төҙөлә, шул иҫәптән инвесторҙар менән эшләү ҙә баһалана. Шулай уҡ беҙҙең сәнәғәт ҡалалары — Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай тирәләй булдырылған "Алға" махсус зоналары үҙенсәлекле булып тора", – тип һөйләне Александр Шельдяев.
“Былтыр “Алға” махсус биләмәһе иң йылдам үҫешеүсе зона тип танылды. Унда "Газпром Нефтехим Салауат" сеймал менән тәьмин ителә. Кадрҙарға килгәндә, беҙҙә урта махсус белем биреү учреждениеларе күп – 86 – предприятиелар менән туранан-тура эшләйбеҙ. Сәнәғәттә үҙебеҙҙең кадрҙарға таянабыҙ. Республикабыҙҙың үҙенсәлеге – сеймалдың үҙебеҙҙә булыуы һәм кадрҙар әҙерләү йәһәтенән ауырлыҡтар булмауы. Радий Фәрит улы һәр кесаҙна инвесторҙар менән осрашыуҙар үткәрә. Улар үҙ проекттары тураһында һөйләй. Инфраструктура һәм ярҙам саралары ҡарала. Ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеге билдәләнә. Проект тормошҡа ашырылмайынса контролдән сығарылмай”, – тип сығыш яһаны тура эфирҙа Александр Шельдяев.
Бөгөн, 23 ноябрҙә, ОТР телеканалында Башҡортостан Республикаһы көнө үтә. Тапшырыуҙарҙы түбәндәге һылтанмаға инеп ҡарарға мөмкин: https://otr-online.ru/
Фото: республика Хөкүмәте.