Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2022, 16:20

Көнсығыш юлы төҙөлөшөндә эштәр ҡыҙыу бара

Иң эре инфраструктура проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Көнсығыш юлы төҙөлөшөндә эштәр ҡыҙыу бара
Көнсығыш юлы төҙөлөшөндә эштәр ҡыҙыу бара

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙа иң эре инфраструктура проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Федераль әһәмиәткә эйә М-5 “Урал” автомобиль юлына Өфө аша сығыу юлы төҙөлөшөнөң (Көнсығыш юлы) йылдам барыуы шуға асыҡ миҫал. Бөгөнгә уның әҙерлеге 70 процент тәшкил итә.

– Өфө йылғаһы аша, Көнсығыш юлында, өр-яңы күпер төҙөлөшөнә ҡоролмаларҙы быйыл февралдә һала башланыҡ, – тип һөйләй республикабыҙҙың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев. – Эш бик ҡатмарлы һәм яйлап ҡына дауам итә. Бында эштәр 2023 йылдың ғинуар айында тамамланырға тейеш.

Башҡортостан концессион компанияһының генераль директоры Асабали Закавов әйтеүенсә, күперҙең дөйөм оҙонлоғо – 470 метр, металл конструкцияһының ауырлығы – биш мең тонна тирәһе.

Әле тулыһынса алты нығытманы урынлаштырғандар, күпер конструкцияһы ҡаплау шырҙырмаһының һул яғында эштәр – 51 процентҡа, ә уң яғында 41 процентҡа тамамланған.

Ошо Көнсығыш юлын файҙаланыуға тапшырыу (Салауат Юлаев проспекты менән М-5 федераль трассаһын тоташтыра) – күп мәшәҡәттәрҙән арындырасаҡ. Уның аша йөрөү түләүле буласаҡ. Бынан тәүлек һайын 22 мең автомобиль үтәсәк, М-5 трассаһынан баш ҡалабыҙҙың үҙәгенә, тығындарҙа тормайынса, ун минут эсендә барып етергә мөмкин, ти белгестәр.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: