Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2022, 20:45

Сәнәғәт үҫеше - төбәктең тотороҡлолоғона нигеҙ

Башҡортостандың сәнәғәт үҫешендәге тәжрибәһе тураһында үҙәк телеканалдан һөйләнеләр.

Сәнәғәт үҫеше - төбәктең тотороҡлолоғона нигеҙ
Сәнәғәт үҫеше - төбәктең тотороҡлолоғона нигеҙ

Рәсәй йәмәғәт телевидениеһында бөгөн - Башҡортостан Республикаһы көнө. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев тура эфирҙа төбәктә сәнәғәт үҫеше тураһында һөйләне.

Ул Башҡортостанда бер нисә йыл элек башланған импортҡа алмаш стратегияһы менән таныштырҙы. Был йәһәттән ентекле эш алып барыла, айырыуса машиналар эшләү, быяла сәнәғәтендә, катализаторҙар етештереүҙә, двигателдәр эшләүҙә һәм башҡа күп тармаҡтарҙа был асыҡ күренә.

Республика мебель етештереүселәренең продукцияһы бөгөн бөтә Рәсәй һәм БДБ илдәрендә ихтыяж менән файҙалана, ә Өфө моторҙар эшләү предприятиеһының газ һурҙырыу двигателдәре фән һәм техника өлкәһендә наградаға лайыҡ булды.

Александр Шельдяев Башҡортостан сәнәғәт үҫеше фондының уңыштарын билдәләне, уның эше һуңғы йылдарҙа илдә иң яҡшыһы тип танылған.  

Ул республикала сәнәғәткә булышлыҡ итеү буйынса күрелгән сараларҙы, атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең сәнәғәт предприятиелары өсөн сеймал һатып алыуға субсидия биреүен билдәләне.

Министр шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса булдырылған сәнәғәттәге ведомство-ара комиссиялар кеүек үҙенсәлекле алымдың ни тиклем теүәл эшләүен билдәләне. Был комиссияларҙың эш һөҙмтәһе булараҡ етештереү тармағы үҫеш өсөн мөмкинлектәр ала.

Фото Александр Шельдяевтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: