Башҡортостан Республикаһы көнө сиктәрендә ОТР федераль телеканалының тура эфирында төбәктең ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сығыш яһаны. Алып барыусыларҙың беҙҙә етештерелгән яратҡан ризығы тураһында һорауына яуап биреп, министр бал яратыуы хаҡында әйтте.
– Башҡортостанда өҫтәмәләрһеҙ тәбиғи бал етештерелә. Был ҡиммәтле продукт, ул арзан була алмай. Әммә файҙалы һәм тәмле. Быйыл республикала ете мең тонна самаһы тауар балы етештерелгән. Бөтәһе 14 мең тонна етештерәбеҙ, яртыһын ҡышҡылыҡҡа ҡалдыралар. Балдың бер килограмын күмәртәләп һатыу хаҡы 370 һумдан арзан түгел.
Тимәк, ваҡлап һатыу 500 һумдан арзаныраҡҡа төшә алмай. Әгәр һеҙ башҡорт балының килограмын 500 һумдан арзаныраҡ күрәһегеҙ икән, был башҡорт балы түгел.
Башҡортостанда балды индустриаль етештереү юҡ, тип өҫтәне министр. Был традицион шөғөл, уның менән тотош ғаиләләр шөғөлләнә. Бал йыйыу кәсебе нәҫел буйынса тапшырыла.
Шулай уҡ вице-премьер быйылғы рекордлы уңыш тураһында ла һөйләне. Республика аграрийҙары биш төрлө климат зонаһында эшләй һәм төрлө технологиялар ҡуллана. Урал аръяғында даими ҡоро йәй, төньяҡ-көнсығышта – үҙәк өлөшкә ҡарағанда һалҡыныраҡ.
Ағымдағы йылда республикала ҙур уңыш – 5,2 миллион тонна иген йыйып алынған. Бындай ҡаҙанышҡа төбәк илле йыл барған. Агросәнәғәт комплексына аҡса һалыу арҡаһында ошондай һөҙөмтәгә өлгәшелде.
Вице-премьер, әле игенгә түбән хаҡ булғанға, йыйылған уңышты келәттәргә ебәрҙеләр, биштән бер өлөшөн баҙарҙа һаттылар, тип билдәләне. Тағы ла ике миллион тоннаға тиклемен төбәк һатыуға ҡуя ала.
Илшат Фәзрәхманов республика тауарҙары экспорты тураһында ла һөйләне.
– Былтыр Башҡортостан продукцияһын 46 илгә, шул иҫәптән Ҡытайға, Иранға, Үзбәкстанға, Ҡаҙағстанға һаттыҡ. Былтыр Европа илдәренә күп оҙатылды. Беҙ уларға мал аҙығы, етен, рапс майы, көнбағыш майы һаттыҡ. Әлеге ваҡытта Европа менән эшләмәйбеҙ, Азияға барабыҙ, – тип хәбәр итте министр. – Беҙҙең продукция күршеләребеҙгә ҡарағанда арзаныраҡ тора, сөнки үҙебеҙ файҙаланғанға ҡарағанда күберәк етештерәбеҙ. Игенгә ихтыяж ике миллион тонна тәшкил итә, беҙ биш миллион тонна етештерҙек. Көнбағыш майын үҙебеҙ ҡулланғанға ҡарағанда ете тапҡырға күберәк етештерәбеҙ. Шәкәрҙе – 3,5 тапҡырға. Һөт буйынса үҙебеҙ 127 процент тәьмин ителгәнбеҙ. Йомортҡа, шулай уҡ бөтә төр продукция менән дә. Ер ресурстарын файҙаланып, үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итәбеҙ, күршеләребеҙгә һәм башҡа илдәргә һатабыҙ. Беҙҙә йылы илдәрҙәге экзотика юҡ, әммә еребеҙ биргәнде тулыһынса файҙаланабыҙ һәм халыҡты ашатабыҙ.
Фото: dailylenta.ru