Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ноябрь 2022, 22:45

Ҙур агропарктың мөмкинлектәре лә ҙур буласаҡ

ОТР-ҙа - Илшат Фәзрахманов менән әңгәмә.

Ҙур агропарктың мөмкинлектәре лә ҙур буласаҡ
Ҙур агропарктың мөмкинлектәре лә ҙур буласаҡ

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы көнө үткән Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында алып барыусылар вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән әңгәмәләште.

– Башҡортостанда үҙенсәлекле нәмәләр уйлап таптығыҙ, агробизнесҡа нисек булышлыҡ итәһегеҙ?

– Беҙгә идеяһы булған, бизнес менән мауыҡҡан кешене табыу мөһим. Уның тирәләй күп нәмә эшләргә була. Муниципаль райондарҙа аграрийҙарға ярҙам итеү өсөн бизнес-шәрифтәр бар. Һалым преференциялары ла бар. Башҡортостанда аграрийҙар һалым түләмәй. Улар НДФЛ һәм ялланған кеше өсөн социаль һалымдар ғына түләй. Башҡалар субсидиялана. Инфраструктура – 90 процентҡа тиклем. Техника һатып алыу – 40 процент. Һин һөт етештерҙең – етештерелгән һөт өсөн түләйбеҙ. Дәүләт эшҡыуарҙар булдырған бөтә моделдәр ҙә эшләп китһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да хәстәрләне. Быйыл республика аграрийҙары 27 миллион кредит алған, шуларҙың 19 миллионы – ҡыҫҡа кредиттар – йылына 3,5 процент.

– Бизнесмендарға ярҙам итеү өсөн ҡайҙан аҡса алына? - тип һораны журналист Константин Точилин.

– Студент йылдарында мин Баварияла, Мюнхендан алыҫ түгел ерҙә йәшәнем һәм уларҙың ауыл хужалығы эшмәкәрлеген тәрән өйрәндем. Унда аграрийҙар табышының 60 проценты – дәүләт субсидиялары. Был дәүләт өсөн отошло түгел. Беҙ иһә субсидияларҙың һөҙөмтәлелегенә баҫым яһаныҡ. Субсидия һөҙөмтәлерәк булған һайын, бюджет аҡсаһы ла аҙыраҡ китә һәм иҡтисадҡа килеү ҙә күберәк, – тип яуапланы Илшат Фәзрахманов.

Вице-премьер белдереүенсә, Башҡортостанда заманса агропарк булдырыласаҡ.

Әлеге ваҡытта республикала иген һаҡлағыстар етешмәй, тип хәбәр итте ул. 1986 йылдан алып уңыш беренсе тапҡыр дүрт миллион тоннанан ашты, быға тиклем иген һаҡлағыстар төҙөү ихтыяжы булмаған. Булғандары дүрт миллион тонна һаҡлауға етә ине. Әммә быйыл биш миллион тоннанан ашыу уңыш йыйылды, һәм республика яңы һаҡлағыстар төҙөргә мәжбүр. Беларусь Республикаһының “Амкодор” компанияһы Башҡортостан биләмәһендә, Өфө эргәһендә завод төҙөй. Ул элеваторҙар сығарасаҡ. Республика аграрийҙары заявкалар бирә башлаған да инде.

– Беҙҙең алда шулай уҡ йәшелсә һаҡлағыстар һәм агропарктар булдырыу буйынса бурыстар тора. Совет осоронан ҡалған йәшелсә һаҡлағыстар ябылды һәм бөлгөнлөккә төштө, хәҙер улар етмәй, – тине Илшат Фәзрахманов. – Өфөнән алыҫ түгел урында бөтә Башҡортостанға һәм Волга буйы федераль округы төбәктәренә эшләйәсәк ҙур агропарк төҙөргә ниәтләйбеҙ.

Агропаркта ваҡ магазиндар йәшелсәнән башлап емеш-еләк һәм киптерелгән еләк-емешкә тиклем бөтә төр продукцияны һатып ала аласаҡ, тип өҫтәне министр. Үзбәкстан коллегалары проектта ҡатнашырға һәм үҙ продукцияһын килтерергә теләк белдергән дә инде.

– Агропаркта беҙҙә үҫтерелмәгән Азия продукцияһын, республикала етештерелгән продукцияны урынлаштырыу мөмкинлеге буласаҡ. Тауар күмәртәләп тә, ваҡлап та һатыласаҡ, – тип аңлатты Илшат Фәзрахманов.

Фото: i-gazeta.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: