ОТР федераль телеканалы эфирында Федерация Советының аграр һәм аҙыҡ-түлек сәйәсәте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Владислав Жуков Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы эше буйынса үҙ фекерен белдерҙе.
— Башҡортостан Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексында алдынғы урындарҙың береһен биләй. Республикала биш климат зонаһы бар, биләмәнең өстән ике өлөшөнда бик уңдырышлы ер. Тәбиғәт шарттары төбәк агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн уңайлы, — тип билдәләне Владислав Жуков. Башҡортостан биләмәһенең өҫтөнлөктәренә иғтибар итте. Шулай ҙа ауыл хужалығы тармағына һауа торошо ҙур йоғонто яһауын да телгә алып үтте белгес. Әйтәйек, былтыр Рәсәй биләмәһендә аномаль тәбиғәт күренештәре – ҡоролоҡ, ҡоро елдәр булды. Агросәнәғәт комплексы етди зыян күргән. Юғалтыуҙарҙы ике миллиард һумға баһалағандар.
Владислав Жуков фекеренсә, федераль һәм төбәк программаларында ҡатнашмайынса ҙур агросәнәғәт комплекстары булдырыу мөмкин түгел. Башҡортостан Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә — үҙен тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә һәм башҡа төбәктәргә лә ебәрә.
— Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге картаһында Башҡортостан тәүге биш төбәк иҫәбенә ингән. Был - төбәк етәкселегенең оло ҡаҙанышы. Башҡа төбәктәргә яҡшы өлгө, - тине Владислав Жуков.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.