Профилле министрлыҡтар, республиканың район хакимиәттәре, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар етәкселәре ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе үтте.
"Хәл шундай: быйылғы 1 ноябргә ҡарата республикала эшләгән 192 ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошманың 60-ы түләүҙәр буйынса йөкләмәгә эйә, был коммуналь комплекстың бөтә ойошмаларының өстән бер өлөшөн тиерлек тәшкил итә. Беҙҙең ниәт – бурысты кәметеү, килеп сыҡҡан хәлде яйға һалыу. Ошо маҡсат менән коммуналь хеҙмәттәргә сығымдарҙы оптималләштереү өсөн бурысты ҡаплау графигын һәм "юл карталары"н әҙерләнек. Финанс йөкләмәләрен үтәүҙе контролдә тотоуҙы республика райондарының хакимиәте һәм хеҙмәттәш идаралыҡтар башҡара. Эште дауам итәбеҙ", - тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев.
Фото: Алан Марзаевтың сәхифәһе.