Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөгә финанс-иҡтисад органдарының II Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумының округ этабында ҡатнашыу өсөн килгән Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик менән осрашты. Яҡтар республиканың Федераль ҡаҙнасылыҡ менән үҙ-ара эшмәкәрлеген нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
– Һеҙҙең менән байтаҡ проекттар буйынса эш итәбеҙ, республика алған федераль бюджет аҡсаһына һаҡсыл мөнәсәбәт булдырылған. Кәңәшегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим, әлбиттә, – тине Радий Хәбиров.
Александр Михайлик финансҡа идара итеү йәһәтенән төбәк эшенең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
– Волга буйы федераль округындағы финанс-иҡтисад органдары форумы майҙансығы итеп Өфөнөң һайланыуы осраҡлы түгел. Башҡортостан был йәһәттән башҡа төбәктәр өсөн өлгө булып тора. Һеҙҙә таратырлыҡ яңылыҡтар байтаҡ, – тине Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе урынбаҫары.
Ул республика етәкселегенә 2023 йылдың майында Бөтә Рәсәй форумының һуңғы этабындағы экспозиция майҙансығында Башҡортостан менән таныштырырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы.
– Беҙ тәжрибә уртаҡлашырға һәм форум эшендә әүҙем ҡатнашырға әҙербеҙ, – тине республика Башлығы.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru