Быйылғы 10 айҙа эшҡыуарҙар һаны 9,5 процентҡа артты.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр һаны бөгөнгә 562,1 мең кеше тәшкил итә. Быға эшҡыуарҙарға ярҙамдың йоғонтололоғо һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Бизнесты дәүләт ярҙамы менән солғап алыу бурысы 2021 йылдың декабрендә уҙғарылған Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында ҡуйылғайны.
“Быйыл бизнесҡа ярҙам итеү буйынса Башҡортостанда көрсөккә ҡаршы саралар, шулай уҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты саралары республикала бизнесты үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаны. Ярҙам сараларының төбәктә эшҡыуарлыҡты һаҡлап ҡалырға ғына түгел, ә үҫтереүгә лә булышлыҡ итеренә ышанам”, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Быйылғы тәүге ун айҙа республиканың берләштерелгән ҡаҙнаһына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан 13,1 миллиард һум һалым ингән, был үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 19,4 процентҡа күберәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.