Башҡортостанда преференциаль зоналар, индустриаль һәм технопарктар бихисап. Шулар араһында республикабыҙҙың “Өфө” индустриаль паркы айырым урынды биләй. Парк шул хәтлем уңайлы урында урынлашҡан. Мәҫәлән, Куйбышев тимер юлының Шакша станцияһы эргәлә генә, бынан тыш, М-5 “Урал” федераль автомобиль юлы ла уға яҡын ята. Бында йөк һәм еңел автомобилдәр ҡуйыу өсөн майҙан иркен. Уның территорияһы инженерлыҡ инфраструктураһы менән тулыһынса тәьмин ителгән. Әйткәндәй, Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы “Өфө” индустриаль паркының идарасы компанияһы һанала.
– “Өфө” индустриаль паркында етештереү объекттары бик күп, – тип һөйләй “Өфө” индустриаль паркының идарасы компанияһы директоры Артем Пензин. – Проект ике йылға иҫәпләнгән. Ошо парк “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты нигеҙендә төҙөлдө. Уны тормошҡа ашырғанда мотлаҡ федераль аҡсалар йәлеп ителә.
Әйтәйек, “Исхаҡов” йәмғиәтенең етәксеһе шәхси эшҡыуар Фидель Исхаҡов мебель етештерә, ә “АртАгро” компанияһының башҡарма директоры Наталья Букуева һөйләүенсә, улар аграрийҙарға орлоҡто таҙартыу ҡоролмалары яһай. Бынан тыш тап бында “Добрый картон” компанияһы төҙөлөш йәйелдергән. “Киләсәктә йәшник эшләргә уйлайбыҙ”, – ти йәмғиәттең генераль директоры Денис Коткин.
Артем Владимирович әйтеүенсә, индустриаль парктың дөйөм майҙаны 300 гектар тирәһе. Бөгөн парк территорияһын айырым иҡтисади зонаға индереү өсөн заявка әҙерләнә. Әгәр ҙә ошо план тормошҡа ашһа, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр буласаҡ. Резиденттар өсөн өҫтәмә һалым преференциялары һәм башҡа уңайлы шарттар шуға асыҡ миҫал.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.