Төбәк проблемаларын өйрәнеү институтының ғилми директоры Дмитрий Журавлев фекеренсә, Башҡортостан Көнбайыш һәм Европа илдәре тәҡдим иткән тауарҙарҙың күпселек өлөшөн алмаштыра ала. Был хаҡта ул кисә ОТР каналында тура эфир мәлендә белдерҙе.
"Беренсенән, мал-тыуар үрсетеү. Ғөмүмән, был тармаҡты үҫтереү ярайһы уҡ ауыр, әммә Башҡортостан — был йәһәттән илдә беренселекте бирмәй. Малсылыҡ йәһәтенән дә, ит ризыҡтары етештереү йәһәтенән дә республикала эшләй беләләр. Икенсенән, сода һәм ашламалар. Сеймалдың республикала булыуы ныҡлы нигеҙ булып тора. Өсөнсөнән, бик сифатлы иген культуралары үҫтереп алалар. Асыҡтан-асыҡ әйткәндә, Европа игене әллә ни юғары сифатлы түгел. Ә Башҡортостанда уңышты ла мул йыялар, сәсеү майҙандары ла ҙур», — тине Дмитрий Журавлев.
Бынан тыш, федераль эксперт республиканың сәнәғәт өҫтөнлөктәре араһында нефть һәм ауыл хужалығы продукцияһын беренсел эшкәртеүҙе атаны.
«Башҡортостан — нефть өлкәһе. Шул уҡ Себер нефте башҡорт нефтенә ҡарағанда күпкә һуңыраҡ табыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан нефте фронтты яғыулыҡ менән тәьмин иткән. Йәнә әүҙем эшкәртеү төбәктең килемен арттыра», — тип аңлатма бирә Дмитрий Журавлев.